Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2020, 16:15

"40 йәш бит инде, башың киттеме? тип әйтәләр миңә..."

Популяр йырсы Илһөйә Бәҙретдинова "Эй, баласаҡ" исемле йырына клип төшөрҙө.

Популяр йырсы Илһөйә Бәҙретдинова "Эй, баласаҡ" исемле йырына клип төшөрҙө. Әлеге клип 60-70-се йылдар стилендә буласаҡ. Съемкаларҙың нисек үтеүе тураһында Илһөйә бына нимә һөйләй. - Клиптың идеяһы - үҙемдеке. Төркөм менән йәй буйына осрашмағас, бик һағынышҡан инек. Йыйылышып күңелле генә клип төшөрәһе килде. Барыһына ла иске сумаҙандарҙан бала саҡтағы, йәш саҡтағы кейемдәрен кейеп, уйынсыҡтарын тотоп килергә ҡуштым.- Съемкалар нимәһе менән иҫтә ҡалды?- Клипты төнгө сәғәт 12-гә тиклем төшөрҙөк. Яланда шашлыктар, һурпалар бешереп, туңдырма ашап, уйындар уйнап мәж килдек. Шул тиклем күңелле көн булды! Хатта клип төшөргәнебеҙ ҙә онотолдо, булдыра алғанса тырыштыҡ.- Ул көндө ҡыҙыҡлы фотолар менән Инстаграмда ла уртаҡлаштың. "Етди итеп ҡарап, әллә нимәләр яҙып аҙапланмағыҙ", тинең. Бына шул "әллә ни"не яҙыусылар булдымы?- Яҙғаны гел яҙып тора. Беҙ, Аллаға шөкөр, үҙебеҙҙекен эшләп торабыҙ. "Һиңә 40 йәш бит инде", "Башың киттеме?", "Йүләрләндең инде", "Ниңә бындай колготки кейҙең?" һәм башҡа күп төрлө комментарий яҙҙылар. Беләһеңме, элеп тә бирмәйем! Ләкин һәр бер нәмәнән негатив эҙләп ултырусыларға ҡарағанда, юморҙы аңлап, тормошто яратып, йылмайып йәшәй торған киң күңелле кешеләр күпкә күберәк!Фото:100biografiy.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: