Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2020, 17:10

Бысаҡ менән 52 тапҡыр сәнскән

Был ҡот осҡос хәл ҡыҙҙың тыуған көнөндә булған. Әммә ирҙең рәшәткә артына эләкмәүе ихтимал...

Был ҡот осҡос хәл ҡыҙҙың тыуған көнөндә булған. Әммә ирҙең рәшәткә артына эләкмәүе ихтимал...
Туймазы районынан 28 йәшлек иргә ҡарата суд буласаҡ. Әммә уға реаль срок бирмәҫтәр, моғайын.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, быйыл 20 апрелдә ир, бер шешә спиртлы эсемлек алып, таныш ҡыҙына килгән. Шулай итеп, улар хужабикәнең тыуған көнөн билдәләргә булған. Тик бына байрам оҙаҡҡа һуҙылмаған: табындаштар араһында низағ сыҡҡан. Ҡыҙ фажиғә урынында уҡ йән биргән. Аҙаҡ ирҙең ҡыҙҙың муйынына һәм күкрәгенә 52 тапҡыр сәнсеүе асыҡланған.
“Ошо хәлдән һуң ғәйепләнеүсе кеше фатирҙы йыйыштырған һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырған. Ул хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ҡунаҡҡа тип килгәндә танышын үле килеш табыуы хаҡында әйткән”, – тип белдергәндәр республиканың Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Криминалистар был енәйәтте ентекләп өйрәнгән һәм был көндө ҡыҙға ошо ирҙән башҡа бер кемдең дә килмәүен асыҡлаған. Өҫтәүенә, енәйәт урынында ғәйепләнеүсенең бармаҡ эҙҙәре табылған. Бынан тыш, ир үҙе менән алып килгән спиртлы эсемлектең шешәһе табылған.
Ир енәйәтте ҡылыуын таныған. Әммә уның рәшәткә артына эләкмәүе ихтимал, сөнки экспертиза һөҙөмтәләре уның психик сирле булыуын күрһәткән. Ә бына уны мәжбүри дауалау тураһындағы ҡарарҙы иһә суд ҡабул итәсәк.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алкоголь менән дуҫ булыу яҡшыға килтермәй шул. Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине...
Фото: bashinform.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас в