Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2020, 13:40

Үҙенсәлекле табыш

Сахалинда шторм баҫылғас, ял итеүселәр үҙенсәлекле табышҡа юлыға.

Сахалинда шторм баҫылғас, ял итеүселәр үҙенсәлекле табышҡа юлыға.
11 августта яһалған фотоһүрәттәрҙе Instagram-аккаунт Incident65 баҫтырған. Был йәнлек дельфинға ла оҡшап ҡала. Үҙе бер нисә метр оҙонлоҡта, танауы осло.
"Сахалин и Курилы" баҫмаһы белдереүенсә, Бөтә Рәсәй балыҡ хужалығы һәм океанография фәнни-тикшеренеү институты белгестәрен был табыш ифрат ҡыҙыҡһындырған. Ғалимдар был йәнлектең Сахалин ярҙарында йөҙөүсе плавун йәки клюворыл булыуы ихтимал, тип бара.
Нимә булһа ла, бик үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы табыш инде был. Бәлки, тиҙҙән яңылыҡтар ишетеп, диңгеҙ һәм унда йәшәүсе йәнлектәр тураһында күберәк белеп ҡалырбыҙ.
Сығанаҡ: "Российская газета".
Фото: newkuban.r
Читайте нас: