Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2020, 14:15

Ун йыл буйына тик чипсы ғына ашаған

Бөйөк Британияла йәшәүсе бер үҫмер ҡыҙ ун йыл дауамында тик чипсы менән геә туҡланған.

Бөйөк Британияла йәшәүсе бер үҫмер ҡыҙ ун йыл дауамында тик чипсы менән геә туҡланған. Бының сәбәбе — ашау тәртибе боҙолоуы.
Өс йәшендә Иззи Коул әсәһе бешергән ризыҡтарҙан баш тарта башлай, әгәр ҙә уны көсләп ашатһалар, истерикаларға бирелер була. Ҡыҙ үҫә килә проблемалар ҙа етдиләнә. Табиптарға мөрәжәғәт итеүҙәр һөҙөмтә бирмәй. Мәктәптә Иззи класташтары менән бергә туҡлана алмай.
Үҙе һөйләүенсә, дуҫтары менән бер өҫтәл артында ашай алмауы уға социаль планда көслө тәьҫир итә. Һөҙөмтәлә ҡыҙ бары тик чипсы һәм икмәк менән генә туҡлана. Башҡа ризыҡтар унда паника тыуҙырған һәм уҡшытҡан, күңелен болғатҡан.
Бер көн ҡыҙҙың әсәһе осраҡлы рәүештә генә ашау һәм туҡланыу проблемалары менән шөғөлләнеүсе гипнолог һәм клиник терапевт рекламаһын күреп ҡала. Ике сәғат дауам иткән гипноз сеансы ҡыҙға ярҙам итә. Белгес кабинетынан сыҡҡас, ул шунда уҡ өйҙән алып килгән бутербродын ашай башлай. “Кешеләр миңә ҡарап аптырағандыр инде, үҙем ашайым, үҙем илайым”, - тип шатлыҡлы хәбәре менән уртаҡлаша Иззи.
Сығанаҡ: Lenta.ru
Фото: Comic Sands
Читайте нас: