#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Башҡортостан ЮХХДИ-һында хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы алты ай эсендә 172 еңел автомобиль әйләнгән, уларҙағы 42 кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 191 кеше йәрәхәтләнеп дауаханаға эләккән.
Машиналарҙың түңкәрелеүе менән бәйле фажиғәле осраҡтарҙың 44-енә алкоголле эсемлек эскән килеш руль артына ултырған водителдәр ғәйепле. Тап ошондай яуапһыҙ кешеләр арҡаһында йыл башынан юлдарҙа туғыҙ кеше һәләк булған һәм 51-е дауаханаға эләккән. Был – республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте килтергән мәғлүмәттәр. Шулай итеп, 1-нән 10 авгусҡа тиклем генә Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Көйөргәҙе, Шишмә райондарында автомобилдәр түңкәрелгән һәм алты кешенең ғүмере өҙөлгән.
Юл-транспорт фажиғәләре араһында машиналарҙың ауҙарылыу осраҡтары дөйөм юл-транспорт ваҡиғалары төрҙәре араһында өсөнсө урынды биләй. Был һәр кемде уйландырырға тейеш. Шуға юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәклеге хаҡында онотмайыҡ.
Фото: Башҡортостан ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте.