Яйыҡ
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август 2020, 16:15

Ҡайтыу

Ул ғәйеп булған көндән башлап, мин ҡапҡа тышына сығып урам ашаһында йәйрәп ятҡан яланға оҙаҡ итеп ҡарап торорға ғәҙәтләнеп алдым. Әрһеҙ аҡтамыр менән әрем баҫҡан яланды ҡап уртаға бүлеп ятҡан һуҡмаҡ буйлап, ғәҙәтәгесә, үҙ баһаһын белгәндәй ашыҡмай ғына баҫып ҡайтып төшөр кеүек ине миңә ул тәүҙәрәк.

Ул ғәйеп булған көндән башлап, мин ҡапҡа тышына сығып урам ашаһында йәйрәп ятҡан яланға оҙаҡ итеп ҡарап торорға ғәҙәтләнеп алдым. Әрһеҙ аҡтамыр менән әрем баҫҡан яланды ҡап уртаға бүлеп ятҡан һуҡмаҡ буйлап, ғәҙәтәгесә, үҙ баһаһын белгәндәй ашыҡмай ғына баҫып ҡайтып төшөр кеүек ине миңә ул тәүҙәрәк. Тик икенсе көнө лә, өсөнсө көнө лә, унан һуң да күренмәне мин һағынып көткән һын. Тиҙҙән ул яланды, ундағы һуҡмаҡты ла ап-аҡ ҡар баҫып китте, тик күңелдәге һағыш тойғоһо ғына тамсы ла баҫылманы...Шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр бит. Мин дә интернет селтәренә уны эҙләүем хаҡында иғландар яҙҙым. Телефоныма хат килеп төшөп, тауыш бирһә, йә шылтыратыу булһа, уны йәһәтләп ҡулыма ала һалдым. Тик уның тураһында хәбәр-хәтер ишетелмәне... Һыуға төшкәндәй юҡҡа сыҡ та ҡуйсы әле? Тора-бара күңелемдәге икһеҙ-сикһеҙ һағышҡа әсе үкенес тойғоһо ла ҡушылды. Донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, ҡайһы саҡ иғтибар ҙа биреп еткермәнем шул уға, эх... Яҡшы итеп ашатыуҙа ғына эш тормай бит, иркәләп-наҙлап, яратып та алыр кәрәк шул уларҙы. “Ваҡытында ҡәҙерен белеп еткермәгәсең шулай була ул! Берәйһенең йылы өйөнә эйәләп алды инде, моғайын”, - тип үҙемде әрләп алған саҡтар йышайҙы. Шунан үс итеп, унан да шәберәкте, унан да матурыраҡты табып алып ҡайтырға ҡәһәтләнеп китәм дә, балаларҙы уйлап тағы баҫылам. Улар уны бөтөнләй онота алмай. Көн һайын иҫтәренә төшөрөп, һөйләп-һөйләп алалар. “Ярай, ҡабаланмайым әле, онотолһон әҙерәк. Икенсе йыл, көндәр йылынғас, берәй нәмә уйланылыр. Унһыҙ ҙа булмай шул, бигерәк тә ҡала ситендәге үҙ өйөңдә йәшәһәң. Бында уға эш күп”, - тип эстән генә киләсәккә план ҡорам шулай ҙа.Унһыҙ тормошобоҙға күнегеп тә бара инек шикелле. Тик яҙмыш беҙҙе көтмәгәндә, Яңы йылға һынаулы ғына көндәр ҡалған бер мәлдә, тағы осраштырҙы.Кискә корпоративҡа барырға булғас, матурлыҡ салонында сәс бөҙрәләттереү ниәте менән, тимер атымды йүгәнләй һалып ҡалаға сығып киттем. Эшемде эш итеп, ҡайтырға ҡуҙғалғанда, өйҙә икмәк бөткәне иҫкә төшөп ҡалды (ярай әле иҫемә төшкән!). Күҙгә салынған беренсе кибет алдына туҡтап, ашыға-ашыға ишеккә йүнәләм. Яңы йыл алдынан, етмәһә йәкшәмбе көнө булғас, урам тулы кеше. Байрам табынына аҙыҡ-түлек, туғандарына һәм дуҫ-иштәренә бүләк хәстәрләп йөрөгәне, бала-сағалары менән саф һауа һуларға сыҡҡаны ҡайҙа... Тик ҡараштарым шулар араһындағы бер таныш һынды шәйләп өлгөрҙө алай ҙа. “Ул! Был- ул!”. Йөрәгем дарҫлап типте, күҙҙәремә шатлыҡ йәштәре килеп төйөлдө. Ул да мине күрҙе. Йәшел күҙҙәре йылп итеп балҡып китте лә, миңә табан ынтылды. Мин уға... Ҡосаҡлашып күпме торғанбыҙҙыр?.. Һүҙҙәр артыҡ ине был минуттарҙа. Беҙ бер-беребеҙҙе шундай һағынған инек...Бер нисә минуттан мин шундай бәхетле ҡиәфәттә өйөмә ҡарай елдерә инем. Ә минән дә бәхетлерәге ул – беҙҙең Ҡарасман. Ике ай буйы берәҙәкләнеп йөрөп ярайһы ғына йонсоп киткән, йылҡылдап торған ҡара йөнөнә дегәнәк йәбешеп бөткән бесәйебеҙ минең эргәләге буш урынға менеп ҡунаҡлаған да, йылыға иҙрәп кенә мырылдай-мырылдай үҙ йырын һуҙа ине.
Зөлфиә Муллағолова-Сәлихова
Читайте нас: