Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август 2020, 16:25

Мүк өҫтөндә бөрлөгән

Ихсан, Сәмиғәнең бер һүҙле икәнен белһә лә, тағы ҡабатланы:– Бәлки, кире уйларһың, Сәмиғә?..– Юҡ, Ихсан, уйларлығы ҡалманы. Бер егелгән атты кире туғарып тормаҫмындыр. Һин мине беләһең. Уңмаған юлды артабан бергә ҡыумайыҡ инде һаман.– Шулайын шулай ҙа. Тик, ни тиһәң дә, егерме йыл бергә ғүмер һөрҙөк...– Һөрҙөк кенә шул, Ихсан. Бынан ары йәшәйек.

Ихсан, Сәмиғәнең бер һүҙле икәнен белһә лә, тағы ҡабатланы:– Бәлки, кире уйларһың, Сәмиғә?..– Юҡ, Ихсан, уйларлығы ҡалманы. Бер егелгән атты кире туғарып тормаҫмындыр. Һин мине беләһең. Уңмаған юлды артабан бергә ҡыумайыҡ инде һаман.– Шулайын шулай ҙа. Тик, ни тиһәң дә, егерме йыл бергә ғүмер һөрҙөк...– Һөрҙөк кенә шул, Ихсан. Бынан ары йәшәйек.Йәшәйек, тигән һүҙҙе ишеткәс, Ихсан күңелләнеп китте.– Эйе шул, Сәмиғә! Бергәләп...– Юҡ. Айырым.Баҡсаға терәтеп, ҡупшы, йәтеш кенә итеп эшләнгән беседкала ултыра ир менән ҡатын. Сәғәтен әйтеп яллаған такси ниңәлер тотҡарланды. Бер нисә тапҡыр шылтыратты Ихсан.– Һы. Абонент временно недоступен. Ҡайҙа йөрөй икән был әҙәм?Ә Сәмиғә, киреһенсә, үтә тыныс.– Килер әле.– Үҙем генә алып барайым, тинем инде.Сәмиғә ҡапыл көлөп ебәрҙе:– Иң тәүҙә Хәкимә әбей ҡыуаныр ине. Дауна әйттем мин Ихсанға, ул тыу бисәне айыр, тип! Һылыуҙығына ҡыҙығаңмы? – тинем, тип килеп етә инде һине ҡотларға. Ауылдағы бөтә яңылыҡты иң беренсе булып ул ишетә бит. Ер аҫтында йылан көйшәгәнде лә ишетер ул.– Ә-әй, ул әйте-ер. Ул булдыра-а. Бушҡа ғына "Дежурный по стране" тимәгәндәр бит. Һинеке дөрөҫ. Ихсан бисәһен тейәп апарып ташлаған, тип әйтәсәк.– Улайтып әйтеүселәр ул ғына булмаҫ әле.Һаулыҡ һорашып үткәндәр ҙә, туҡтап хәл белешеп, әңгәмә ҡороп торған күрше-тирәнекеләр ҙә үҙҙәре менән ихлас, алсаҡ һөйләшеп, иңгә иң терәшеп ултырған был икәүҙең йөҙөндә бер ниндәй ҙә шипкерт күрмәне лә, уларҙың күңелендә ниндәй буран уйнағанды һиҙмәне лә. Баҡса рәшәткәһе өҫтөнән ҡатлап ҡатылған таҡталарҙы көпләп, иҫкерәк булһа ла матур, йомшаҡ келәм сөйләп элгәйне Ихсан. Шул келәмгә һөйәнеп ултыра кисәге ир менән ҡатын иңгә иң терәшеп.– Һай, һай, һай! Байығыуҙың сигенә сығып, кавирҙарын тышҡа элә башлаған былар, – тип Хәкимә әбей, мыҫҡыл итеп көлһә лә, ике көндөң берендә орсоғон тотоп ошонда ултыра. – Бында ышыҡ, үтәтма ел юҡ.– Шуны уйлап элдем шул, инәй. Киленең ел тейеп, ныҡ ҡына ауырыны бит.Ә такси юҡ та юҡ. Ауылда кеше улай оҙаҡ тик ултырып өйрәнмәгән. Сәмиғә ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй аҙаплана. Ҡаушырып та ҡарай, кеҫәһенән ҡулъяулығын алып, тубығына йә яҙып һала, йә бөкләп кеҫәһенә кире тыға. Уйҙары ла таралып бөткән, күңелендә бушлыҡ. Былай ҙа һуңғы арала ул үҙен үҙе аңламай. Бына бит айырылып ҡайтырға йөрөй, ә үҙенең бер нәмә лә әйткеһе лә, өндәшкеһе лә килмәй. Өйҙән сыҡмаҫ элек ғәфү һораны.– Һин кисер мине, Ихсан. Башҡаса булдыра алмайым. Мин, бәлки, һинең ысын бәхетеңә кәртәмендер.– Кешеләр балаһыҙ ҙа йәшәй бит, Сәмиғә. Беҙ ҙә йәшәйек. Бер-беребеҙ өсөн.– Юҡ, һин үҙенең дә яңғыҙ үҫкәнһең. Мин дә әсәйемдең яңғыҙ ҡыҙы. Беҙгә яңғыҙлыҡ артығы менән бирелгән. һине ырыуһыҙ иткем килмәй. Булмағас, юҡ инде, нишләтәһең. Өйлән һин. Түлле ҡатын ал.Үҙенең эсе өҙөлөп киткәндәй булды ошо һүҙҙәрҙе әйткәндә, ҡайһылыр ерен ниҙер яндырып, көйҙөрөп үтте. Ихсан да ҡулдарына урын тапмай. Бер ҡулы кеҫәһендә, бер ҡулы менән шырпы ҡабын уйната.– Мин юҡ, тип кире тартып ҡуйма тәмәке.Тартыуҙы ташлатҡанына ике ай ғына әле. Ниңәлер тәмәке еҫен яратмай башлағайны Сәмиғә.– Тырышырмын. Түллеләр аҙым һайын, Сәмиғә, йән тартыуы кәрәк бит. Тән тартыуы...Һүҙһеҙ ултырҙылар бер аҙ.– Көнө матур бит әле, йәнде көйҙөрөп. Ошондай хозур саҡта яңғыҙ ҡал инде... Ҡурпы сабып алып ҡайта инек гел ошо мәлдә. Ә хәҙер...Ихсан ҡатыны ысынлап та бөтөнләйгә ҡайтып китер, тип уйламай, уйларға теләмәй. Ярай, бала юҡ та икән, ти. Ярай ҙа ошонан башҡа ул белмәгән берәй сәбәп булмаһа... Ә Ихсан белмәгән сәбәп бар ине. Шуға ла Сәмиғә ошо ҡарарға килде лә инде. Түлдән ҡалды ул бөтөнләй. Ҡатындар ауырыуы бөттө унда. Әсәһе лә ҡырҡ йәшендә генә түлдән ҡалған, Сәмиғә ҡыҙы уға оҡшаған, тимәк. Ошоғаса һаман өмөт итә ине әле ул.– Селеккә бара торғайныҡ. Былар барыһы ла булмаясаҡмы инде хәҙер, Сәмиғә?Сәмиғә һүҙҙе икенсегә борҙо.– Әбейҙәр сыуағы быйыл үкенесһеҙ торҙо. Октябрь аҙағы бит инде. Ҡоштар ҙа хатта китергә ашыҡмай.Телефон зыңғырланы, ниһайәт.– Ярты сәғәттән килеп етә. Тәгәрмәсе тишелгән. Алмаштырып ултырам, ти.Тик ултырыуҙан ялҡҡан Сәмиғә, еңел һулап, урынынан торҙо:– Әйҙә, сәйеңде эсер, улай булғас.– Ә сумкаларың?– Урам эсенә индереп тормаһаң... Эт һарып китер.Бер ябып сыҡҡан ишеген кире асҡыһы килмәһә лә, Сәмиғә Ихсанға эйәреп өйгә инде. Тик һауыт-һабаға ҡағылманы, өҫтәлгә ризыҡ ҡуйышманы, ят кеше кеүек сабыр ғына көтөп ултырҙы. Ихсан, ипһеҙерәк итеп булһа ла, өҫтәл әҙерләне. Сәй яһап, Сәмиғәғә һондо.– Бөрлөгәнеңде нишләп ҡуймайһың? Кемде һыйларға уйлайһың?– Һин һалып алманыңмы ни?– Һиңә лә ҡалды. Күп йыйҙыҡ бит. Күп ҡайнаттым, ҡыш буйына етерлек итеп.– Үҙеңә алыңҡырамай.– Етә беҙгә. Икебеҙ генә булдыҡ бит гел әсәй менән, әҙгә өйрәнгәнбеҙ. Әсәйемә һөйәкһеҙ итеп ҡайнатҡанын алдым.Сәмиғә балғалағындағы бөрлөгән ҡайнатмаһын танауына яҡын килтерҙе.– Мүк еҫе һаман бөтмәгән.Июль аҙаҡтарында Ихсан урманға мүккә барғайны. Ямғырлы йылда ҡарағай мүге ҡотороп үҫеүсән. Ә Сәмиғә тәҙрә ҡатлағанда, ҡат араһына мүк түшәргә ярата. Мүк өҫтөнә тубырсыҡтарҙы теҙеп һалып ҡалдыра.– Эй, матур! – тип тәҙрә эргәһенә килгән һайын оҙаҡ һоҡланып тора. Ҡышҡыһын йәп-йәшел генә көйө ятҡан мүк яҙ ҡояшы ҡыҙыуында һарғая, төҫө ҡайта. Һәм Ихсан көҙгөһөн тағы мүк йыя. Ә быйыл ул күпереп үҫкән йомшаҡ мүк кенә түгел, кепка тултырып ҡарағусҡылланып бешкән эре бөрлөгәндәр алып ҡайтты.– Быны ҡайҙан йыйҙың? Нисек кеше күрмәгән? Алып бар мине, Ихсан! Йыяйым!Иртәгәһенә бер биҙрә бөрлөгән йыйҙылар. Ашап та туйҙы Сәмиғә, мүк өҫтөндә тәгәрәп тә, имгәкләп тә йөрөп танһығы булды.– Ял итеп алайыҡ, Сәмиғә. – Янына килеп ултырған ҡатынын Ихсан беләгенә һалды.– Кит, береһе күреп ҡалһа...– Беҙҙән башҡа кем йөрөһөн был урман төпкөлөндә...Ошоларҙы иҫләп, Сәмиғә бер аҙ моң­һоуланып алды. Бошоноуын белдермәҫкә тырышып, күҙҙәрен тәҙрәгә төбәне.– Тәҙрәләреңде ҡатларһың, Ихсан.– Һин дә мүкте етерлек һалып ал.– Алдым мин. Күңелем болғанғансы еҫкәп-еҫкәп, һалып алдым.Еңел машина килеп туҡтағанды ишетеп, өйҙән сыҡтылар. Ихсан сумкаларҙы урынлаштырышты ла Сәмиғәғә боролдо:– Алға ултыраһыңмы?Сәмиғә ниңәлер ап-аҡ булған, ҡобараһы осҡан. Ике усы менән дә ауыҙын ҡаплап Ихсанға төбәлгән, күҙҙәре тулы йәш.– Китмә һуң, Сәмиғә, ҡайтма... Нишләп өндәшмәйһең, Сәмиғә?Сәмиғә ҡапыл артына боролоп сүкәйҙе лә аҡтара ҡоҫоп ебәрҙе.– Нимә булды, Сәмиғә? Машина еҫе оҡшаманымы әллә? Ни булды ул һиңә? Тор, тотон миңә.Ни эшләргә белмәй, ыуаланып, сәбәләнеп, эргәһендә йүгергеләп йөрөгән Ихсанды Сәмиғә ҡулдарынан тотоп алды. Ҡатынына ҡарап, ир шаҡ ҡатты. Әле генә күҙ йәштәренә сәсәгән Сәмиғәнең йөҙө балҡый, күҙҙәре көлә. Үҙе ҡапыл Ихсанды Һығып ҡосаҡланы, биттәренән алмаш-тилмәш үпте, сәстәренән һыйпаны. Тағы ҡосаҡланы, тағы үпте.– Нимә булды һиңә, Сәмиғә? Был тиклем шашынғаныңды ғүмерҙә лә күргәнем юҡ ине.– Миңәме? Миңә ни булдымы, Ихсан? Миңә мүк булды! Миңә бөрлөгән булды, белдеңме, Ихсан! Сумкаларҙы ал машинанан, юл хаҡын бир ҙә таксисты ҡайтар! Атты туғарабыҙ!– Сәмиғә... Сәмиғә?.. Сәмиғә!!!Иртәгәһенә түбәһе күккә тейгән Ихсан Сәмиғәһен район дауаханаһының гинекология бүлегенә алып барҙы. Буласаҡ әсә иҫәпкә торҙо. Бындай осраҡ табип ҡатындың күҙҙәрен маңлайына мендерҙе. Бөтә тикшереү процедураһы үткәрелгәндән һуң, Сәмиғә коридорҙа ултырып, иренең үҙ йомоштарын йомошлап килгәнен көттө. Ул иҙән йыуып йөрөгән үҙе һымаҡ йәштәрҙәге ҡатын менән һөйләшеп китте. Сәмиғә бөтөнләй таныш булмаған кешегә мүк менән бөрлөгән тарихын асты ла һалды. Ә теге ҡатын аптыраманы, тыныс ҡына тауыш менән:– Улың менән ҡыҙың булыр. Емеш – ҡыҙ балаға, үлән ир балаға була ул, – тип аптыратты Сәмиғәне.Ҡайтып барғанда был турала Ихсанға әйткәйне, тегеһе әллә кем булып, танауын сөйҙө:– Ә кәк же! Дәдәң бит ул!
Таңһылыу Вәлиева
Читайте нас: