Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август 2020, 15:55

Ҡышҡылыҡҡа татлы помидорҙар

Алдан стерилләп әҙерләп ҡуйылған өс литрлы банка төбөнә бер-ике укроп зонтигы, дүрт-биш бөртөк ҡарағат, һәм сейә япрағы, 3-4 теш һарымһаҡ һалабыҙ ҙа алдан йыуып әҙерләп ҡуйған помидорҙарыбыҙҙы тултырабыҙ.Алдан стерилләп әҙерләп ҡуйылған өс литрлы банка төбөнә бер-ике укроп зонтигы, дүрт-биш бөртөк ҡарағат, һәм сейә япрағы, 3-4 теш һарымһаҡ һалабыҙ ҙа алдан йыуып әҙерләп ҡуйған помидорҙарыбыҙҙы тултырабыҙ.

Алдан стерилләп әҙерләп ҡуйылған өс литрлы банка төбөнә бер-ике укроп зонтигы, дүрт-биш бөртөк ҡарағат, һәм сейә япрағы, 3-4 теш һарымһаҡ һалабыҙ ҙа алдан йыуып әҙерләп ҡуйған помидорҙарыбыҙҙы тултырабыҙ. Артабан өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, ун минут тотоп торабыҙ. Был ваҡыт үткәс, банкалағы һыуҙы кире кәстрүләгә ҡойоп, 1,5 -2 аш ҡалағы тоҙ, 6-8 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, борсаҡлы борос, хуш еҫле борос, гвоздика һалып кире ҡайнатабыҙ – был беҙҙең тоҙлоҡ була. Помидорҙар өҫтөнә өс аш ҡалағы 9% аш һеркәһе өҫтәп, ҡайнап сыҡҡан тоҙлоҡто ҡойоп, тимер ҡапҡас менән ҡаплап ҡуябыҙ. Бына шулай татлы ысул менән тоҙланған помидор килеп сыға. Аштарығыҙ тәмле булһын!
Автор фотоһы.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: