Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2020, 18:45

Бәрәңге уңырмы быйыл?

Көҙҙөң тәүге айы башланырға ла күп ҡалманы. Сентябрь айы - ауыл халҡы өсөн картуф ҡаҙыу айы, тиһәң дә, яңылыш булмаҫ. Бер аш өҫтәлебеҙҙе лә картуфһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Унан әллә нисәмә төрлө ризыҡ әҙерләнә. Икенсе икмәгебеҙ менән табыныбыҙ һәр саҡ һыйлы. Бәрәңгең булһа, ас ҡалмаҫһың, тигән халыҡ. Бәрәңге уңышы мул булһын өсөн дә шаҡтай тырышырға тура килә. Бөгөнгө көндә иң актуаль булған төп ризыҡтарыбыҙҙың береһе быйыл уңышы менән һөйөндөрөрмө?

Бөтәбеҙ ҙә яҡшы белә, быйылғы йыл республика менән Рәсәйҙә генә түгел, ә бөтә донъя өсөн бик ауыр килә. Ә быйылғы йәй районыбыҙҙың ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн ысын мәғәнәһендә ныҡлы һынау осоро булды. Ауыл халҡын тәбиғәт көйһөҙлөгө тамам йонсотто. Ҡышын ҡарҙың күпләп яуыуы, яҙҙың дымлы булыуы бер аҙ өмөт уятып ҡуйғандай булғайны ла ул... Әммә ышаныс аҡланманы: май, июнь, июль айҙарында ергә бер тамсы ямғыр яуманы, ҡайнар ҡояш бер нимәгә лә үҫергә ирек бирмәй, бөтә көйҙөрөп бөттө. Июль аҙағы-август баштарында, киреһенсә, күк йөҙөнөң төбө төшкәндәй, туҡтарын белмәй яуҙы ла яуҙы. Әле һаман яуа. Ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә халыҡтың кәбәндәренә һыу үтте, халыҡ бесән эшләй алмай интегә. Көҙҙөң тәүге айы башланырға ла күп ҡалманы. Сентябрь айы - ауыл халҡы өсөн картуф ҡаҙыу айы, тиһәң дә, яңылыш булмаҫ. Бер аш өҫтәлебеҙҙе лә картуфһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Унан әллә нисәмә төрлө ризыҡ әҙерләнә. Икенсе икмәгебеҙ менән табыныбыҙ һәр саҡ һыйлы. Бәрәңгең булһа, ас ҡалмаҫһың, тигән халыҡ. Бәрәңге уңышы мул булһын өсөн дә шаҡтай тырышырға тура килә. Бөгөнгө көндә иң актуаль булған төп ризыҡтарыбыҙҙың береһе быйыл уңышы менән һөйөндөрөрмө?-Бәрәңге уңышы былтырғы шикелле булмаясаҡ. Уныһы - көн кеүек асыҡ! Июль айындағы ҡоролоҡ бәрәңге өсөн файҙаға түгел. Бәрәңгегә бит өс төрлө ямғыр кәрәк - тишелеп сыҡҡас, сәскә атҡас һәм бәрәңге яралғас. Ә һуңғы ваҡытта һауа торошо әллә нимәгә әйләнеп бөттө, - тип бәйән итте Учалы ауылынан Сабирйән Шәрипов. Ә Бурансы ҡасабаһында йорт һалыусы Альберт Сәғитов арыу ғына уңыш алмаҡсы. -Ике аҙна тирәһе ашайбыҙ инде яйлап. Шулай инде, иренмәй ваҡытында утап, һыу һибеп, тәрбиәләп торғас, уңыштар оҙаҡ көттөрмәне, ҡыуанып ҡулланабыҙ! Картуфты ауылда ғына түгел, бәғзеләр үҙҙәренең ҡала янындағы баҡсаларында ла бик теләп үҫтерә. Шулай булмай, ни, магазиндыҡы үҙең үҫтергәнгә етәме һуң? -Ҡала кешеһе булһам да, картуф, кишер, сөгөлдөр, ҡыяр, помидорҙы йыл һайын ултыртмай ҡалмайбыҙ, - ти Ғәлимйән Вәлиуллин. - Картуф яңы сәскә атып ҡына ултыра беҙҙә. Июнь айында төшкән ҡырау картуфһыҙ ҡалдыра яҙҙы. Ярай ҙа ямғырҙар яуып, яңынан күтәрелеп китте. Уңыш ул тиклем күп булмаһа ла, ашарлыҡ булыр, тип өмөтләнәбеҙ. Ғөмүмән, картуфтың элекке ваҡыттарҙағы һымаҡ мул уңыш бирмәүенең сәбәбе орлоҡтан да, ерен алмаштырыуҙан да түгел, ә климаттың үҙгәреүенәндер, тип уйлайым. Хатта, ҡайһы бер кешеләр һәйбәт орлоҡ тип әллә ҡайҙарҙан алып ҡайтып сәсеп ҡарай, әммә барыбер мул уңыш алыуға ирешмәй. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, һуңғы йылдарҙа көндәр бик эҫе тора, эҫе елдәр иҫә. Ямғыр йә аҙ, йә, киреһенсә, күп яуа. Йылдан-йыл климат үҙгәрә бара. Шунлыҡтан картуфтың да уңышы түбән, тип әйтер инем, - тип күҙәтеүҙәре менән бүлеште Ғәлимйән ағай.- Бәрәңге ҡаҙып ҡарарға тип сыҡҡан инем, ваҡ ҡына, иң ҙуры йомортҡа ҡәҙәр генә. Ашарлыҡ картуф тапманым. Быйыл уңыш һөйөндөрөрлөк булмаҫ, ахыры. Әле яңы сәскәлә. Баҡсаға кереп картуфты утап та булмай, батҡаҡ. Көҙөн сүп үләне араһынан йыйып алырбыҙ микән? - тип аптырай Илсе ауылынан Самат Хажиев. -Быйыл бәрәңге ашарлыҡ ҡына. Хәйер, был беҙгә генә төшкән ҡайғы түгел, күрше-күләндеке лә маҡтанырлыҡ түгел. Ауыл халҡының ҡарап торғаны шул картуф инде - үҙебеҙгә лә, мал-тыуарға ла, ҡош-ҡортҡа ла етә торған ине әлегә тиклем. Элек бит картуф ныҡ уңа торғайны, ҡайҙа ҡуйырға белеп булмай ине, һуғанға, кәбеҫтәгә, ҡарбузға алыштыра торған инек артып ҡалғанын. Юрғанға ҡарап аяҡты һуҙабыҙ инде, ҡайҙандыр һатып алыу тураһында уйлаған да юҡ, - тип бәйән итте Миндәк ауылынан Радик ағай Әхмәтйәнов.
Читайте нас: