Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2020, 18:40

БДИ һөҙөмтәләре ҡыуандыра

Районыбыҙ уҡыусылары, һәр ваҡыттағыса, юғары уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Илнур Филалов, мәҫәлән, дүрт фәндән БДИ тапшыра һәм бөтәһенән дә юғары балл йыйыуға өлгәшә - рус теленән - 80, математиканан - 84, физиканан - 89, химиянан - 92.

Уҡыуҙар тамам, ауыр тойолған имтихандар ҙа артта ҡалды. Быйыл республикала имтиханды 100 балға тапшырғандар артҡан. Уларҙың һаны - 127. Иң яҡшы һөҙөмтәләр химиянан, уны 35 кеше 100 балға яҙған, артабан рус теле - 25, информатика һәм физиканан 20-шәр кеше юғары балл йыйған.Районыбыҙ уҡыусылары ла, һәр ваҡыттағыса, юғары уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Мәғариф бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, быйыл күп уҡыусылар рус телен һайлаған - 311 кеше. Иң аҙ һайланған предмет - инглиз теле, унан ни бары 18 уҡыусы БДИ тапшырған. Рус теленән юғары балл йыйыуға 49 уҡыусы өлгәшһә (15,7 %), физиканан - 12, математиканан - 18, йәмғиәтте өйрәнеү - 10, инглиз теленән - 9, тарихтан - 6, химиянан - 3. География, биология, әҙәбиәттән юғары балл йыйыусы булмаған. Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Зарина Шәрәфүтдинова инглиз теленән 96 балл йыйыуға өлгәшкән. Йәмғиәтте өйрәнеү фәненән 10 бала юғары балл йыя. Иң яҡшы һөҙөмтәне 5-се мәктәптән Динә Әхмәҙуллина күрһәтә - 97 балл. Тарихты 30 уҡыусы тапшыра, шуларҙың 6-һы юғары балл күрһәтә. Иң яҡшы һөҙөмтәгә шулай уҡ 5-се лицей уҡыусыһы Динә Әхмәҙуллинаныҡы - 98 балл! Остазы - Резеда Тәлғәт ҡыҙы Әҙелғужина. Физика фәненән 137 уҡыусы һынау тотҡан, 12 уҡыусы юғары балл йыйыуға өлгәшә. 1-се Башҡорт лицейы уҡыусыһы Алина Бикбаева (уҡытыусылары Гөлшат Ишҡыуатова һәм Александр Шишков) һәм 3-сө лицейҙан Шәүрә Латипова (Римма Вәлиева) 100-шәр балл йыйғандар. Афарин! Химия буйынса имтиханда 71 уҡыусы ҡатнашҡан. Уртаса балл - 52%. Юғары балл йыйыусылар һаны - 3. Шулар араһында иң юғарыһын Иманғол ауылынан Илнур Филалов йыя - 92.Илнур дүрт фәндән БДИ тапшыра һәм бөтәһенән дә юғары балл йыйыуға өлгәшә - рус теленән - 80, математиканан - 84, физиканан - 89, химиянан - 92. Илнур бала саҡтан белемгә ынтылыусан, спорт, йыр-моң һөйөүсе егет булып үҫә. -Сер түгел, хәҙерге балаларҙың төрлө гаджеттарға бәйлелеге көслө. Планшет, смартфон һәм компьютерҙар заманы йәш быуындың тормошона үтеп ингән. Ә бына Илнурыбыҙ бәләкәй саҡтан буш ваҡытын файҙалы үткәрергә тырышты, кәрәкмәгәнгә бер ҡасан да интернетта ултырманы, - тип һөйләне егеттең әсәһе Гөлшат Заһир ҡыҙы. - Ҡурай класы буйынса музыка мәктәбен тамамланы, спорт менән шөғөлләнә, яҡшы уҡый. Ғөмүмән, Илнур - сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаған, заман менән бергә атлаған ҡыйыу һәм маҡсатлы, белемгә ынтылышлы егет. Тик бишле билдәләренә генә уҡыған Илнур мәктәпте алтын миҙалға тамамлай. Мәктәптә уҡығанда район, республика кимәлендәге конкурс, олимпиадаларҙа ҡатнаша. Бәләкәй саҡтан сәхнәнән төшмәй - алып барыусы, бейеүсе, ҡурайсы егетһеҙ бер байрам да үтмәй. Быйыл башҡорт теленән район буйынса олимпиадала беренсе, уҙған йыл физкультуранан өсөнсө урын яулай. Шулай уҡ уҙған йылда республика күләмендә ойошторолған информатиканан "Крит" конкурсында беренсе уран ала. "Минһажетдинов уҡыуҙары"нда призер, инша, шиғыр конкурстарында һәр ваҡыт еңеүсе була, "Европа-Азия" төбәк-ара конференцияһында призер, ГТО нормативтарын алтын билдәгә тапшыра һ.б.-5-се класта уҡығанында "Урал батыр" эпосының 500 юлын яттан һөйләп призлы урын яуланы. Ҡаҙаныштары һәм уҡыуҙағы уңыштары өсөн Өфөгә Президент шыршыһына ла барҙы, Мәрйәм Бураҡаеваның "Йәйләү" лагерында ла ял итеп ҡайтты. - Төплө белемле, һөнәрле булыу - заман талабы. Уҡыуҙа өлгәшергә лә, спорт менән шөғөлләнергә лә, ата-әсәйемә ярҙамлашырға ваҡыт табырға тырышам. Уңыштарым өсөн уҡытыусыларыма, ата-әсәйемә рәхмәтлемен, - ти тырыш егет һәм киләсәккә хыялдары менән дә бүлеште - Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға барырға йыйына икән.Һөйөклө ата-әсәһенең ғорурлығы, ныҡлы терәге булған, үҙ алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, уларға мотлаҡ ирешергә өйрәнгән етди ҡарашлы, белемгә ынтылышлы егет тағы ла яңы ҡаҙаныштары менән һөйөндөрөр һәм киләсәктә үҙен намыҫлы һөнәрмән итеп күрһәтер әле.Вилиә ЯНБАЕВА.
Читайте нас: