#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, халыҡ кәсептәре һәм экологик туризм тармаҡтарындағы йүнселдәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн ғариза ҡабул итә башлағандар.
Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлыҡтың халыҡ кәсептәре, һөнәрселек, ауыл һәм экологик туризм үҙәге бухгалтер, юридик һәм маркетинг хеҙмәттәрен бушлай күрһәтеү өсөн ғаризалар ҡабул итә. Шулай итеп, эшҡыуарҙарға бухгалтер иҫәбен алып барыу, банк тикшереүе өсөн документтарҙы әҙерләү, килешеүҙәр төҙөү, дәғүә ғаризаларын яҙыу, интернетта эшләү, сайт төҙөү һәм башҡалар буйынса ярҙам итәсәктәр.
“Эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы төбәктә тормошҡа ашырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә күрһәтелә”, – ти белдергән республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Илгизәр Санъяров. Ул шулай уҡ кәрәкле мәғлүмәтте +7(937) 362-77-74 (WhatsApp - шылтыратыу) телефоны буйынса алыу мөмкинлеге хаҡында һөйләгән.
Әйткәндәй, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгәйне.