Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2020, 11:45

Заманса ҡатнашма етештерелә

"Сифатлы һәм хәүефһеҙ автомобиль юлдары" милли проекты сиктәрендә юлдарҙы ремонтлау дауам итә.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
"Сифатлы һәм хәүефһеҙ автомобиль юлдары" милли проекты сиктәрендә юлдарҙы ремонтлау дауам итә. Был тәңгәлдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла эштәр гөрләй. Ҡаланың Ҡаранай Моратов урамындағы бер участкала подряд ойошмаһы юлдың өҫкө ҡатламын түшәй башлаған, тип хәбәр ителә.
Быйыл “РСУ ДОР” предприятиеһы заманса асфальтбетон ҡатнашмаһын етештереү технологияһын үҙләштергән – Суперпейв (Superpave йәки Superior Performance Pavements). Шул уҡ ваҡытта автомобиль юлын файҙаланыуҙа климат шарттарына һәм киләсәктә буласаҡ тығыҙ хәрәкәткә лә ныҡлы иғтибар бирелә. Суперпейв алымын ҡулланып, тәрән тәгәрмәс эҙҙәренә, түбән һауа температураһы тәьҫирендә барлыҡҡа килгән ярыҡтарға бирешмәҫлек япма һалырға мөмкин. Бындай асфальтбетон ҡатнашмаһын ҡулланыу ремонт-ара ваҡытты арттырыуға ла булышлыҡ итәсәк.
"Башҡортостан"
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас: