Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 10:35

2021 йылда мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренән республика башлығы грантына ғаризалар ҡабул итеү башланды

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы республика башлығы грантына ғаризалар ҡабул итеүе тураһында хәбәр итте.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
2021 йылда мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренән республика башлығы грантына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә барлығы 10 грант биреләсәк, тип күҙаллана. Һәр ҡайһыһы 150 мең һум тәшкил итәсәк. Ижади коллективтарға һәр береһе 420 мең һумға иҫәпләнгән 5 грант биреү ҡаралған.
Тулыраҡ мәғлүмәтте республиканың Мәҙәниәт министрлығы сайтында алырға мөмкин. Заявка тултырыу өсөн министрлыҡ сайтында "Гранттар" бүлеген ҡарарға кәрәк. Конкурс материалдарын ҡабул итеү һәм теркәү ағымдағы йылдың 1 сентябренән 1 октябргә тиклем дауам итәсәк. Адресы: Өфө ҡалаһы, Революционная урамы, 18, 15-се кабинет, эш көндәрендә 9.00 - 18.00 сәғәттәрҙә, тәнәфес 13.00 - 14.00, телефон (347) 280-87-66.
Сығанаҡ: "Башинформ"
Читайте нас: