Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 17:45

Һалдатты табышырға ярҙам итегеҙ!

Бөрйән районында хәбәрһеҙ юғалған 20 йәшлек Өлфәт Әхмәтовты эҙләйҙәр. Егеттең юғалыуы йомаҡтай, көтмәгәндә-уйламағанда булған.

Бөрйән районында хәбәрһеҙ юғалған 20 йәшлек Өлфәт Әхмәтовты эҙләйҙәр. Егеттең юғалыуы йомаҡтай, көтмәгәндә-уйламағанда булған. Социаль селтәрҙә туғандарының аңлатыуынса, Өлфәт 13 августа армиянан ялға ҡайтҡан, ул контракт буйынса хеҙмәт иткән. Октябрь айында кире хеҙмәткә китергә тейеш булған.
Ҡайтҡан көндә үк ул атаһы менән Шүлгәнташ мәмерйәһе эргәһенә ял итергә сығалар. Киске сәғәт биштәр тирәһендә егет һыу инергә төшә... һәм кире сыҡмай. Әле ғаилә ҡайғыһына битараф булмаған яҡташтары уны эҙләүгә тотонған, кем булдыра ала, айырыуса кемдең кәмәһе бар, барығыҙҙы ла ярҙамға саҡыралар. Тирә-яҡты ентекләп ҡарарға, йәһәтерәк эҙләргә кәрәк, тиҙәр.
“Кемдең ваҡыты бар, әйҙәгеҙ беҙҙең менән, тик йылы итеп кейенегеҙ,”- ти эҙәрмәндәр.
Бәйләнеш өсөн телефон: 8-937-16-75-114 – Фаяз.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: