Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 17:40

Хәлдәрҙе ҡуйыртмайыҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Ҡуштауҙы яҡлаусыларҙың кисәге осрашыуында Башҡортостан Диниә назараты башлығы Айнур Бирғәлин дә ҡатнашты. Ул был хәлдәргә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Ҡуштауҙы яҡлаусыларҙың кисәге осрашыуында Башҡортостан Диниә назараты башлығы Айнур Бирғәлин дә ҡатнашты. Ул был хәлдәргә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
– Матбуғатта, социаль селтәрҙәрҙә Ҡуштау тирәһендәге хәлдәрҙе сәйәси ваҡиғаға әйләндергәндәре мине бик борсой. Дини кеше булараҡ, иң уйландырғаны теге яҡтың да, был яҡтың да кешеләр яҙмышы. Алтын урталыҡты табыу, уртаҡ фекергә килеү шарт. Предприятиены ла һаҡлап ҡалырға кәрәк, сөнки унһыҙ ҡала һулыясаҡ, эшсәндәр лайыҡлы эш хаҡы алырға тейеш. Ҡуштауҙы яҡлаусыларҙы ла ишетеү зарур. Улар – башлыса әүҙем йәштәр, улар менән тауҙар аҡтарырға, бик күп файҙалы эштәр башҡарырға була.
Айнур Бирғәлин был низағты артабан ҡуйыртмаҫҡа саҡырҙы.
– Күп кешеләр ҡатнашлығындағы тәртип боҙоуҙар – беҙ һайлаған юл булырға тейеш түгел. Республикабыҙ митингтар яланына әйләнмәһен ине. Бөтәһенә бергә дөйөм өҫтәл артына ултырырға, һөйләшеүҙе сәйҙән башларға һәм тыныс ҡына хәл итергә кәрәк, – тине ул.
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: