Яйыҡ
+11 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 17:55

Инәйҙе ейәне ҡотҡарып ҡалған

Йәштәрҙә бер тамсы ла оят ҡалмаған, ахыры. Өфөлә ике 17 йәшлек үҫмер таныш булған 92 йәшлек инәйҙе талап, үлтерергә йыйынған.

Йәштәрҙә бер тамсы ла оят ҡалмаған, ахыры. Өфөлә ике 17 йәшлек үҫмер таныш булған 92 йәшлек инәйҙе талап, үлтерергә йыйынған.
Эш былай була, егеттәрҙең береһе иптәшенә үҙенә таныш булған әбейҙе таларға тәҡдим иткән. Әгәр эштәр улар теләгәнсә бармаһа, эҙҙәрҙе юйырға ла ярҙам итешәм тигән.
“13 августа, төндә әбейҙе таларға һәм үлтерергә теләгән үҫмер 92 йәшлек ҡатындың фатирына килә һәм муйынына бысаҡ менән сәнсә. Был ваҡытта инәйҙең ейәне лә өйҙә булған һәм ул енәйәтсене ҡулға алған. Йәрәхәтләнгән ҡатын күршеләренән ярҙам һораған, улар полиция һәм табиптар саҡыртҡан”, – тинеләр был енәйәт тураһында Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтендә.
Егеттәрҙе тиҙ арала ҡулға алғандар һәм һаҡ аҫтына ултыртҡандар. Талау, үлтерергә йыйыныу статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Ҡарт ҡына инәйҙән күпме аҡса урларға йыйынғандарҙыр ҙа, ниңә бының өсөн уны үлтереү кәрәк булғандыр? Кеше ғүмеренең ҡиммәте кәмегәндән кәмей...
Фото: ganc-chas.by
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: