Айыу хаҡлы ялға китер алдынан урманда тәртип булһын тип ҡуянды участковый итеп тәғәйенләгән, ти.Икенсе көн. Ҡуян яңы вазифала... Төлкөнө тотоп алған да, бәйләнеп-бәйләнмәһенме:- Йә, юха, төлкө! Тунды ҡайҙан сәлдерҙең! Дөрөҫөн генә һөйлә!!!- Үҙемдеке! Тыумыштан кейеп йөрөйөм! - ти бахыр.- Алдашааааһың! Ышанмайым мин һиңә, хәйләкәәәр! - ти ҙә, төлкөнө төрмәгә ябып ҡуя.Күпмелер ваҡыт уҙғас, төлкө янына ҡыр ҡаҙын ултырталар.- Һине нимә өсөн бында тығып ҡуйҙылар?! - тип аптырай төлкө.- Әәәй! Теге ҡылый бәйләнде бит, ҡәһәрен! Ышанмай ҙа ҡуя... Йыл да йылы яҡҡа ниндәй аҡсаға осаһың тип бәйләнде!.. - тимәһенме.