Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 17:45

Көтөүсе табылған

Улар кәмәне һыуға төшөрөргә лә өлгөрмәгән, алыҫтан ниндәйҙер бүрәнәнең ағып килеүе күҙҙәренә салынған.

Хәйбулла районының Һамар ауылы көтөүсеһе Алексей Тайкало юғалған булған. Ул табылған, ҡыҙғанысҡа күрә, үле килеш.
Кешеләр һөйләүенсә, 13 августа эңерҙә көтөү таралып ҡайтҡан, ә көтөүсе күренмәгән. Ғәжәп, Алексейҙың атын Һамарҙан әллә ни йыраҡ урынлашмаған Бүребай ауылында күргәндәр. Тайҙың ошо ауылды һуғарып ятҡан Таналыҡ йылғаһы янында уралыуына күптәр иғтибар иткән, уның бер ҙә генә яр буйынан киткеһе килмәгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уны ауылға алып ҡайтҡандар.
Бөгөн Алексей Васильевичтың яҡындары резина кәмә ярҙамында Таналыҡ йылғаһын ҡарап сығырға уйлаған. Улар кәмәне һыуға төшөрөргә лә өлгөрмәгән, алыҫтан ниндәйҙер бүрәнәнең ағып килеүе күҙҙәренә салынған. Яҡыныраҡ барыуға, ул нәмәнең кеше, дөрөҫөрәге, бер нисә көн элек юғалған туғандары икәнен күреп, шаҡ ҡатҡандар.
Әлегә Алексей Тайкалоның үлем сәбәбе сер булып ҡала.
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: