Хәүефле тенденция һаман үҙенекен итә: эт-бесәй кешегә һөжүм итеү осраҡтары кәмемәй. Үткән аҙнала, мәҫәлән, Учалы ветеринария станцияһына 3 эт тешләү, 1 бесәй тырнау тураһында хәбәр килә. Күпмелер өлөшө билдәһеҙ ҙә ҡалалыр бит инде.
Таланыу үҙе лә яҡшы түгел, ләкин иң яманы – ҡотороу сирен йоҡтороу ҡурҡынысы. Эйе, Учалы ветстанцияһының табип-эпизоотологы Самат Әлхәмов биргән мәғлүмәттәр буйынса, быйыл районда 2393 эт һәм 2227 бесәйгә ҡотороуға ҡаршы вакцинация яһалған, тик профилактика башҡарылмаған йәнлектәр ҙә күп әле. Берәҙәк йөрөгәндәр ҙә юҡ түгел. Кемдең эт-бесәйенә тейешле укол ҡуйҙырылмаған, зинһар, ут менән уйнамағыҙ, ветеринарҙарға мөрәжәғәт итегеҙ ( участка ветеринарына йә 6-12-56 телефоны аша). Вакцинация бушлай, бер мәшәҡәте лә юҡ.
-Төлкөләр ҙә быйыл күп, йорт ихаталарына инеп эттәр менән талашыу осраҡтары теркәлде, - тип билдәләне Самат Туҡай улы. – Ҡырағай йәнлекте күрҙегеҙ икән, торға, һыйпарға, башҡаса контактҡа инергә һис тә ярамай. Юғиһә, урман януары асыҡҡандыр, тип йәлләп, ашатырға маташыу осраҡтары ла булғылай... Төлкө кешене йә йорт йәнлектәрен тешләй икән, үлтермәйенсә берәй әмәлен табып изоляциялау хәйерле. Һәм шундуҡ ветеринарҙарға хәбәр итергә. Был хаҡта ҡат-ҡат яҙҙыҡ инде – йәнлек үҙе тере булғанда ғына ҡоторғанмы-юҡмы икәнлекте оператив һәм ышаныслы рәүештә билдәләргә мөмкин.
Эт-менән бесәйҙәргә идентификация кампанияһы һүлпәнерәк барыуы ла борсолдора. Ни заман эш башланып та, 12 бесәйгә – чип, 1570 эткә биркалар ҡуйылған бөгөнгө көнгә. Ә бит төбәктә 2 748 бесәй, 2572 эт теркәлгән. Бөтә йәнлектәр ҙә ошо “электрон паспорт” менән булһалар, ҡайһыһының ҡасан ҡотороуға укол алыуы ап-асыҡ күренеп торор ине. Әлеге лә баяғы моңһоҙлоғобоҙ кәртә ҡуя инде, хаҡы тауыҡ көлкөһө генә бит – бирка -20, чип – 150 һум. Ҡуйҙырыу өсөн 6-12-56 телефоны аша белешмә алырға мөмкин. Чип – бәләкәс кенә ҡоролма, бесәйҙең елкәһенә укол яһап ҡуйыла ( хужа теләй икән, эттәргә лә мөмкин), ә бирка эттәрҙең ҡолағына беркетелә, заманында һарыҡтарҙы ошо рәүештә инәүләгәнде күптәр хәтерләйҙер. Оҙаҡҡа һуҙмағыҙ, бәләһенән баш-аяҡ, эшләтеп ҡуйығыҙ! Яҡын киләсәктә надзор органдары был өлкәлә күҙәтеүҙе ҡырҡа көсәйтәйәсәктәре көн кеүек асыҡ – закондар, БР Башлығы ҡарарҙары исем өсөн генә ҡабул ителмәй бит инде. Өҫтәүенә, коронавирус пандемияһы биологик именлек бөтә кешелектең көн тәртибендә иң төп мәсьәләләрҙең береһе икәнлеген асыҡ күрһәтте.
Самат Туҡай улының әйтеүенсә, һыйыр, йылҡы, һарыҡ-кәзә малын идентификациялау, йәғни биркалау тамамланған. Тик бында ла бер әтнәкәһе бар шул - бәғзе яҡташтарыбыҙ яңыраҡ тыуған малды теркәргә һәм биркаларға һис тә ашҡынып тормай икән. Мал тыуып бер ай үткәнсе ауыл Советында теркәү, ветеринарҙар аша биркалау зарур. Биркаһы булмаған малды бер урындан икенсегә күсерергә лә, көтөүлеккә сығарырға ла ярамай. Бына, яңыраҡ, Ҡорбан ғәйете алдынан бер ауылыбыҙҙа сетереклерәк хәл дә килеп сыҡты. Ҡорбан салыу өсөн ултыраҡҡа һарыҡтар килтерәләр, ә ҡолаҡтарында биркалар булмай. Ҡайҙан килтерелгән, сирле түгелме – рәсми рәүештә бер нисек тә раҫларлыҡ түгел. Ә бит дин ҡанундары буйынса ла, ҡорбанға салынған мал сәләмәт икәнлеге мотлаҡ шарт итеп ҡуйыла.
Ветеринарҙар ҡаршы төшһә, изге ғәмәлгә тимер кәртә ҡуя алырҙар ине. Шөкөр, яҡташтарының хәленә инеп, ашығыс рәүештә ҡорбан малдарының ҡандарына анализ яһайҙар, биркалайҙар, шулай итеп ғәйет көнөнә өлөртәләр!