Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 14:10

Табынға - сырниктар

Был тәмлекәстәрҙе әҙерләү өсөн беҙгә 2 ҡап эремсек (5-9%) 4 балғалаҡ шәкәр, 1 йомортҡа, 4 ҡалаҡ он, әҙ генә ванилин кәрәк буласаҡ.

Ҡулды һыулайбыҙ ҙа, бәләкәй генә йоморсаҡтар эшләйбеҙ. Онло таҡтала әҙерәк өҫтөн йәлпәштереп, ус менән сырниктарҙың ситтәрен әйләндергән һымаҡ хәрәкәттәр яһап тигеҙләйбеҙ, майлы табаға бешерергә һалабыҙ. Сырниктарҙың бер яғын ҡыҙҙырып алып, икенсе яғын әйләндергәс, табаны ҡапҡас менән ябабыҙ. Утты ныҡ ҡыҙыу итмәгеҙ, яйлап, әммә тәмле генә булып бешһен!
Был рецепт Гөлназ Ишемғолованан булды. Ә һеҙ сырниктарҙы ниндәйерәк рецепт буйынса бешерәһегеҙ?
Читайте нас: