Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 17:50

Яман шеште еңеүҙең мөғжизәле ысулы табылған

Бөгөнгө көндә донъяла рәсми рәүештә ябай кишер ярҙамында дауаланыу осраҡтары теркәлгән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яман шеш әлегә тиклем донъялағы иң ҡурҡыныс сирҙәрҙең береһе булып тора. Рактың күп формаларын ошоға тиклем дауалап булмай, ғалимдар һәм табиптар яңынан-яңы дарыуҙар, дауалау ысулдары тураһында баш вата.
Тик шул уҡ ғалимдар белдереүенсә, яман шешкә ҡаршы көрәштә ябай ғына продукттар үҙенең файҙалылығын күрһәтә. Был турала MedikForum.ru. порталы хәбәр итә. Бөгөнгө көндә донъяла рәсми рәүештә ябай кишер ярҙамында дауаланыу осраҡтары теркәлгән. Ральф Коул исемендәге ир ни бары бер йыл эсендә көн һайын өс стакан кишер һуты эсеп, аҙаҡ дозаны биш стаканға еткереп, базаль-күҙәнәк яман шешенән ҡотолған.
Ә Япония кешеләре был осраҡҡа тиклем үк онкология сирҙәренә ҡаршы кишер һутының файҙаһын асыҡлаған. 20 йыл дауамында профессор Т. Хирояма 40 йәштән өлкәнерәк 265 мең кешене тикшергән һәм шуны асыҡлаған. Итле аҙыҡ-түлек ашауҙы кәметеп, кишерҙе күберәк ашай башлау яман шеш барлыҡҡа килеү осраҡтарын 50 процентҡа кәметкән. Тик шуға иғтибар итегеҙ, был экологик таҙа кишерҙән әле генә һығылып алынған һут булырға тейеш.
Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә белгес шундай фекергә килгән: кишерҙең төп компоненты бета-каротин ҡайһы бер ракка килтергән сирҙәр үҫешен тотҡарлай ала. Шулай был ысул түш, тире, тамаҡ, ашҡаҙан, простата һәм үпкә яман шештәренә ҡаршы тора ала. Ғалим белдереүенсә, хатта тәмәке тартҡан кешеләрҙә лә, әгәр улар көн һайын кишер һуты йәки бер-ике кишер ашаһа, яман шеш барлыҡҡа килеү осраҡтары 35 процентҡа кәмегән.
Әлбиттә, был ысулға ышанып, дауаланыуҙы ташлап, кишергә генә күсегеҙ тигәнде аңлатмай. Тик башҡа файҙалы яҡтары ла булған был йәшелсәне ашауҙан бер зыян да булмаҫ. Ә инде яман шеште лә иҫкәртһә, айырыуса шәп.
Фото: oncc.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: