Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 11:33

«Яйыҡ” гәзитенең бөгөнгө һанында

Ике көндән башланған яңы йылда Ҡуштау проблемаһы ыңғай хәл ителһен!

«Яйыҡ” гәзитенең бөгөнгө һанында:
-шихандар тирәһендә сыуалыш буйынса уртаҡ ҡарар табыласаҡ, тип белдерҙе БР башлығы Радий Хәбиров;
- беләһегеҙме, 20 август (теүәл әйткәндә – 19 август ҡояш батҡас), мосолмандарса Яңы йыл башлана. Рәфҡәт хәҙрәт ошо мәл тураһында яҙа;
-арыш ҡеүәте – гектарына 10 цн, тип самалайҙар беҙҙең МТС-та;
-донъя яңылыҡтары - Ҡытай йылдан-йыл байый. Һөҙөмтә булараҡ, йылына 17-18 миллион тонна ризыҡ ашап бөтөрөлмәйенсә сүплеккә ташлана, ти. Был күләм 30-50 миллион әҙәм балаһын аҫрарға етер ине. Аслыҡты күп күргәс, ҡытайҙар аҙыҡ-түлектең ҡәҙерен белә. Тәләф итеүгә юл ҡуймау өсөн КХР рәйесе Си Цзиньпин иптәштең тәҡдиме менән йәмәғәт кампанияһы башланды. Әйтәйек, айырым ресторандарҙа кеше бер блюдоны ашап бөтөрмәйенсә икенсе бирелмәйәсәк.
-"Яйыҡ" гәзитенә яҙылып, Гөлнара Ғайсина татлы приз отто (шуның менән приздар оттороу әлегә тамам) һәм башҡа ҡыҙыҡлы материалдар. Районда берҙән-бер башҡорт баҫмаһына яҙылырға онотмағыҙ!
Читайте нас: