Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2020, 10:25

Тирмәләр һеҙҙе саҡыра

Ғафури районының Ташаҫты ауылы эргәһендәге Уҡлығая буйында “Башҡортостан йөрәге” тип исемләнгән халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы асылды.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Проектты “Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы муниципаль районы үҫешенә ярҙам итеү” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы Башҡортостан гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды ярҙамында әҙерләгән. Уның төп маҡсаты – йәш быуынға төрлө халыҡ кәсептәрен өйрәтеү.
Оҫтахана ҡурай сәскәһен хәтерләткән һигеҙ тирмәнән тора. Уларҙың иң ҙуры конференциялар үткәреү залы буласаҡ. Өс тирмә башҡорт милли биҙәүестәрен һәм милли аҙыҡ-түлекте әҙерләү оҫтаханаһы өсөн тәғәйенләнгән. Ә ҡалған дүртәүһе республиканың һәм Ғафури районының дүрт ҙур һанлы башҡорт, татар, рус һәм сыуаш милләтен сағылдырасаҡ.
Был оҫтахана РФ Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
"Башҡортостан" (А. Низамова)
Фото: Ғафури районы хакимиәте.
Читайте нас: