Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2020, 15:55

Һалдатты тапҡандар

Бөрйән районынан Өлфәт Әхмәтовтың юғалыуы хаҡында яҙғайныҡ инде. Отпускыға ҡайтҡан егет табылған.

Әрме сафтарында контракт буйынса хеҙмәт итеүсе Бөрйән егете Өлфәт Әхмәтов тыуған яҡтарына отпускыға ҡайтҡан булған. 13 август көнө ул атаһы менән йылға буйына килгән. Кисен егет юғалған.
Өлфәтте биш көн үткәс кенә таба алғандар. Тәүге фараз буйынса, егет батып үлгән. Уға ни бары 20 йәш кенә булған.
Яҡындарың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: