Был турала Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республика башлығы күсмә зоопарктарҙа хайуандарҙы аҫрауға шарттар булмауын билдәләне. Өфө ҡалаһының Менделеев урамындағы күсмә зоопарктағы хәлде күргәндән һуң Радий Хәбиров тәгәрмәс өҫтөндәге зоопаркты тикшерергә һәм аҙна эсендә төбәктә бындай эшмәкәрлеккә сик ҡуйырға ҡушҡайны.
"Сванна" зоопаркын тикшереүселәр ҡанун үтәлмәүен билдәләгән. Уҙған аҙнала Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы прокуратура менән берлектә зоопаркта рейд үткәргән. Тикшереү һөҙөмтәһендә "Хайуандарҙы мәҙәни тамаша маҡсатында файҙаланыу һәм аҫырау" законы боҙолоуы асҡланған.
- Беҙҙә бындай объекттар булмаҫҡа тейеш. Тәҡдимдәр әҙерләгеҙ. Федераль кимәлдә лә уларҙы бөтөрөү тураһында уйлайҙар. Цивилизациялы илдәрҙә улар әллә ҡасандан юҡ, - ти республика башлығы. Уның фекеренсә, Өфөлә ҙур заманса зоопарк төҙөргә кәрәк. - Миллионлы ҡалала заманса зоопарк булырға тейеш, тип иҫәпләйем, - ти Радий Хәбиров.
Ситлектә йәшәүсе хайуандарҙы аҫрауҙа етешһеҙлектәр мәсьәләһе йыш күтәрелә. Бәлки киләсәктә хайуандарға ла кешесә мөнәсәбәт яйға һалыныр.