Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2020, 11:19

БР Башлығы бүләге тапшырылды

70 йыл бергә

Гәзитебеҙҙең тәжрибәле штаттан тыш хәбәрсеһе, төбәк тарихы белгесе, оҙаҡ йылдар профсоюз системаһында ябай хеҙмәтсәндәр мәнфәғәте һағында торған Фәһим ағай Минһажевҡа 90 йәш тулды тип яҙғайныҡ инде.
Фәһим Афзалетдин улының тормош иптәше Рәхимә Ғәлимулла ҡыҙы ла туғыҙ тиҫтә йыл ғүмер билдәһе аша ашаҡланы, ә бергә йәшәүҙәренә быйыл 70 йыл тулды.
Ошо айҡанлы өйҙәренә барып Иманғол ауыл Советы хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Гөлнара Хамбалеева БР Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен һәм бүләген тапшырҙы.
Ҡотлайбыҙ, артабан да иҫән-аман, хәйерле тормошта йәшәргә Хоҙай насип итһен!
Читайте нас: