Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 17:30

100 мең һум түләйәсәк

Алабай бәләһе

Был хаҡта Учалы район судының пресс-хеҙмәте белдерҙе: былтыр көҙ төбәгебеҙҙә ике дәү эт баланы ныҡ талаған була икән. Бала йәшәгән йорт ихатаһына ситтән үҙҙәре инеп! Суд-медицина экспертизаһы асыҡлауынса, алабай һәм шарпей тоҡомондағы эттәр урта дәрәжәлә сәләмәтлеккә зыян яһайҙар.
Ярар ҙа әсәһе шымып ҡалмаған, йүнһеҙ януарҙарҙың эйәһен яуапҡа тарттырған. Ошо арала суд үтте, әхлаҡи зыянды ҡаплатып 100 мең һум компенсация түләтеү тураһында ҡарар сығарыла, бынан тыш алабай хужаһына януарҙы бикле вольерҙа тотоу бурысы йөкмәтелде.
Бәғзе кешеләргә ҡарап иҫ китә инде. Ихатаны ҡарауыллау, саҡырылмаған ҡунаҡтар тураһында иҫкәртеү өсөн сәүек тә етә. Ниңә әзмәүерҙәй йыртҡыстарҙы ҡиммәт хаҡҡа һатып алып тоталар икән? Эйәләренә, хужаларының балаларына һөжүм итеү осраҡтары ла булғылап тора бит. Күрәһең, башҡа өлкәлә таныла алмаған, әммә мин-минлектәренә баш була алмаған әҙәмдәрҙең, исмаһам, ошо рәүештә ҡалғандарҙан айырылғы киләлер инде. Әллә ныҡ ҡурҡаҡ кешеләрме? Әллә инде, ысынында ла бандит-фәлән һөжүм итә икән, эт кенә һаҡлай алыуы бик тә икеле. Нисек кенә булмаһын, “һуғыш-талаш” өсөн махсус сығарылған эт тоҡомдарын үрсетеү бер ҙә кәрәкмәҫ ине буғай.
Читайте нас: