Яйыҡ
-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 14:10

100 йәшлек инәй - Инстаграмда!

Йөҙйәшәр “3-сө быуын халыҡ университеты” халыҡ-ара хәрәкәтендә ҡатнаша, тап уның аша интернет серҙәренә төшөнә.

Йөҙйәшәрҙәр тураһында яҙғанда, ғәҙәттә, әбей-бабайҙарҙың кемдең ихтирам-хөрмәтендә ғүмер йомғағын һүтеүенә баҫым яһайбыҙ, элек ниндәй һөнәр башҡарғанын тәфсирләп бәйән итәбеҙ, “тормош – күҙ асып йомған ара” тигән һүҙҙәрҙе лә өҫтәйбеҙ. Мәҡәләне уларға тыныс ҡартлыҡ теләп тамамлайбыҙ.
100 йәшлек оло юбилейын үткәргән Әлмира инәй, һүҙ ҙә юҡ, шулай уҡ балаларының хәстәрлегендә йәшәй. Күреү һәләтенә зарланмай, ҡолаҡтары яҡшы ишетә, аппетиты шәп, көн дә паркты йәйәүләп бер тапҡыр урап килә, мунсала миндек менән сабына... Етмәһә, ул интернет менән “һин”гә һөйләшә. Ошо йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан, Инстаграмда ултыра!
– Заман елдәй алға елә, уның артынан мин дә ҡалышмаҫҡа тырышам, – тип көлә әңгәмәсем. – Һабаҡташтарымдың, әхирәттәремдең барыһы ла, бабайым да күптән был яҡты донъяла юҡ инде. Ә миңә кем менән аралашырға һуң? Әлбиттә, социаль селтәрҙе өйрәнеп алдым да шунда “донъя гиҙәм”. Хәйер, интернет ярҙамында күп дуҫтар таптым, эс серҙәремде улар менән ихлас бүлешәм.
Әйткәндәй, йөҙйәшәр “3-сө быуын халыҡ университеты” халыҡ-ара хәрәкәтендә ҡатнаша, тап уның аша интернет серҙәренә төшөнә.
Ханымдың һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн өлкәндәр тормоштан артта ҡала тиеү дөрөҫ түгел, улар һәр яңылыҡ менән хәбәрҙар. Әңгәмә барышында инәй, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк тип, мине шунда уҡ үҙенә дуҫ итеп өҫтәне.
Фото: gorod-che.ru
Автор: Илдар Акьюлов.
https://mechetlinskayalife-b.rbsmi.ru/news/100-y-shlek-in-y-Instagramda-420352/
Читайте нас в