Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 14:15

Бөгөн Фәнүргә 35 йәш тулыр ине...

2014 йылда Сочи ҡалаһындағы ҡышҡы олимпиа уйындарын үткәреүҙә индергән хеҙмәте өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡултамғаһы менән тапшырылған Грамотаһы, миҙалы ла бар.

Яҙмыштан уҙмыш юҡ тиҙәр, әллә был Фәнүр тураһында булдымы икән?.. 9 август иртәһендә Белорет районының Ломовка ауылы эргәһендә Магнитогорск – Стәрлетамаҡ трассаһында һәләк булған ауылдашым тураһында уның туғандары менән һөйләшкәндә шундай уйҙар тыуҙы.Туғандары һөйләүенсә, Фәнүр шәмбе көнө – 8 августа эшләгән. Икенсе көн – 9 август, ял булһа ла, ауылға ҡайтып, үҙенең 35 йәшен үткәреү өсөн атай йортон әҙерләй башларға уйлаған. Ағаһы менән һөйләшкәндә: “Ҡайтып өйҙәге бүлмә араһындағы таҡтаны алам, кәртәлә бейергә майҙансыҡ эшләйем, музыка әҙерләйем”, – тип пландары менән уртаҡлашҡан. Етмәһә, ул 22 авгусҡа ҡунаҡтар ҙа саҡырған, теүәл ҡырҡ кешене.
“Тынғыһыҙ, түҙемһеҙ булды, бөтәһен дә тиҙерәк эшләргә тырышты. Полицияға эшкә күскәс, лейтенант званиеһын алғас: “Хәҙер инде тыныс эшләргә, йәшәргә була, донъя теүәлләнде. Эш хаҡы артҡас, ипотеканы түләүе лә еңелләште”, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты. Бындай бәләне Хоҙай бер кемгә лә күрһәтмәһен... Яҡындарҙы юғалтыу бик ауыр хәл. Быйыл Фәнүрҙең ҡыҙы Алһыу беренсе класҡа уҡырға бара. Үҙебеҙ бергә алып барабыҙ инде”, – тине ағаһы Венер.
Фәнүр 1985 йылда 21 авгусында Белорет районы Ҡаһарман ауылында Мәхмүрә менән Шәрәфетдин Сәфиуллиндарҙың татыу, мөхәббәтле ғаиләһендә икенсе малай булып тыуа. Ауылда урта мәктәпте тамамлағас, Белорет медицина училищеһына уҡырға инә. Ә инде ҡулына медицина хеҙмәткәре дипломын алғас, армияға алына. Тәүҙә алты ай Волгоградта инженер ғәскәрҙәрендә водолазға әҙерлек үтә, һуңынан Мурманск ҡалаһында водолаз разведчик булып хеҙмәт итә.
Ошо ваҡытта Фәнүр Сәфиуллинда хәрби һөнәргә һөйөү уянғандыр инде, ул ҡайтҡас та Магнитогорск ҡалаһында төпләнеп, Эске эштәр министрлығының ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәтенә (аҙаҡ Росгвардия) эшкә урынлаша. Ул ун йыл ғүмерен Росгвардияла хеҙмәт итеүгә арнай, шул ваҡытта ситтән тороп юғары юридик белем ала. Ошо ваҡытта ул намыҫлы хеҙмәте өсөн бихисап маҡтау грамоталары, рәхмәт ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Улар араһында Ҡазан ҡалаһындағы универсиадаға индергән хеҙмәте өсөн Татарстан буйынса Эске эштәр министрлығының рәхмәт хаты, 2014 йылда Сочи ҡалаһындағы ҡышҡы олимпиа уйындарын үткәреүҙә индергән хеҙмәте өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡултамғаһы менән тапшырылған Грамотаһы, миҙалы ла бар. Росгвардияның III дәрәжә “Хеҙмәттәге фиҙакәрлек өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Былтыр ул Эске эштәр министрлығының Магнитогорск ҡалаһы буйынса идаралығына эшкә күсә. Унда бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор, полиция лейтенанты дәрәжәһендә эшләп йөрөгән була. Был хаҡта беҙгә: “Үҫер кәрәк, шуға юғары юридик белем алғас, полицияға күстем”, – тип үҙе һөйләгәйне.
Әбйәлил районы Хәлил ауылынан үҙе кеүек ихлас, алсаҡ ҡыҙҙы – Нәрисәне осратып, матур итеп ғаилә ҡоралар. Тырыш ғаилә фатир ала, машинала ла була. Тик бәхеттәре генә иртә өҙөлә...
“Эйе, бик ҙур юғалтыу, күҙ күрһә лә аңға барып етмәй. Шундай бөтә яҡтан килгән, бөтә нәмәгә өлгөрөп, тик яҡшылыҡты ғына күрә белгән туғаныбыҙ ине. Аҙнағолда үҙенең әйтеүе буйынса ерләнеләр, олаталарының янында. Ауыр тупрағы еңел булһын, бер кемгә лә ундай ҡайғыны кисерергә яҙмаһын, яҡындарына хоҙай сабырлыҡтар бирһен”, – тип яҙа уның хаҡында туғандары.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай юғалтыуҙар – ҡайғы хәҙер көн һайын тигәндәй кемдеңдер ишеген шаҡый. Тик күптәр бынан һабаҡ алмай, ҡайҙалыр ашыға. Был донъяларҙан китергә ашыҡмаһаҡ ине. Ғүмер бер бирелә. Юлдарҙағы ашығыуҙар, хаталаныуҙар һөҙөмтәһендә кеше ғүмерҙәре өҙөлә, яҙмыштар селпәрәмә килә бит. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Фото: Фәнүр Сәфиуллиндың ғаилә архивынан.
Автор: Рәмилә Мусина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/B-g-n-F-n-rg-35-y-sh-tulir-ine-420078/
Читайте нас: