Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 13:00

Бәшмәк йыям тип, ғүмере өҙөлдө

Машинаһы боҙолоп, ир уны ремонтларға була һәм домкрат менән күтәрә.

Бөгөн яҡындары яҡташыбыҙ Николай Ишимов менән хушлашты. Учалы районының Уральск ҡасабаһында йәшәгән 72 йәшлек ир 16 август көнө үҙ машинаһында бәшмәк йыйырға юллана. Яҡындары уны көтөп ала алмағас, полицияға мөрәжәғәт итә. Ирҙе ике көн дауамында эҙләйҙәр һәм ҡасабанан алыҫ түгел урынлашҡан, Силәбе өлкәһенә ҡараған Межозерный ҡасабаһы эргәһендәге урманда үле килеш табалар.
Машинаһы боҙолоп, ир уны ремонтларға була һәм домкрат менән күтәрә. Ниндәйҙер мәлдә домкрат тайпылып, хужа машинаһы аҫтында ҡала.
“Ғүмер буйы балаларҙы йыр дәресенән уҡытты, талантлы, яҡшы кеше ине, йәне йәннәттә булһын”, - ти Николай Ишимовты белгәндәр.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: