Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 13:00

Белорет ҡыҙы лотереяға ... дарыу отто!

Препараттың бер инъекцияһы 155 миллион һумдан ашыу тора!

Йәш ярымлыҡ Полина бик ауыр сирҙән яфалана, диагноз хәүефле – арҡа мускул атрофияһы. Ҡыҙҙы үлемдән ҡотҡарыу өсөн ирекмәндәр ҙур тырышлыҡ менән аҡса туплай башлағайны, тик мөғжизә барыһын да хәл итте.
Уйларға ла хатта ҡурҡыныс, препараттың бер инъекцияһы 155 миллион һумдан ашыу тора! Бындай сумманың ғаилә өсөн күтәргеһеҙ икәнлеге көн кеүек асыҡ. Бәхетле осраҡ Полинаға ярҙам итте. Швейцарияның Novartic AG фармацевтика компанияһы “Золгенсма”препаратын бушлай таратыу программаһын эшләй. Ҡыҙҙың ата-әсәһе бәхеттәрен һынау өсөн программала ҡатнашырға теләп заявка бирә. Комиссия йәрәбә тарта һәм ғүмерҙе ҡотҡарыусы дарыу тап Полинаға эләгә! Бер кем дә бындай уңышты көтмәй, әлбиттә. Торғаны бер мөғжизә! Ғаилә һәм хәйриә ойошмаһы сабыйҙың яҙмышына битараф булмаған һәр кемгә рәхмәт белдерә.
Фото: шәхси архивтан.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: