Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 11:00

Өфөлә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты буйынса Комсомольск урамы реконструкциялана

Өфөлә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты буйынса Комсомольск урамы реконструкциялана. Эштәр 2021 йыл аҙағына тамамланырға тейеш.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Участканы реконструкциялау арҡаһында Шафиев урамынан Урман техникумы урамына тиклемге юл ябыҡ буласаҡ. Сикләүҙәр 18 августан 31 декабргә тиклем дауам итәсәк. Шулай уҡ Комсомольск урамындағым «Июнь” сауҙа-күңел асыу комплексына боролош автотранспорт юлы ла ябыласаҡ.
Тәү сиратта, был сикләүҙәр юл эштәрен башҡарғанда хәрәкәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк. Төҙөүселәр һүҙҙәре буйынса, был мәжбүри саралар, сөнки юл бөтә инженер коммуникациялары менән яңынан төҙөлә.
Ҡала хеҙмәттәре кешеләрҙең юл хәрәкәте сикләүҙәренә аңлап ҡарауын һорай. Водителдәргә ҡала буйлап хәрәкәт итеүҙәрен алдан ҡайғыртыу зарур.
Сығанаҡ: Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте.
Фото: АИФ
Мөнирә Әһлиуллина
Читайте нас: