Яйыҡ
+28 °С
Облачно
Новости
21 Августа 2020, 05:43

Фажиғә

Иманғол ауылы уҫмере тепловозға тапалды

Август айында хәүеф-хәтәр йышыраҡ ҡуба буғай.... Иманғол ауылында йәп-йәш, әле генә 9-сы синыфты тамамлаған егетте ерләнеләр. 16 август Бурансы тирәһендәрәк тепловозға тапалған, тип ишеттек. Тәфтиш бара, рәсми органдарҙың белдереүҙәре юҡ ине был материалды әҙерләгәндә, шуға ла әлегә имеш-мимештәрҙе яҙмай торабыҙ. Шул ғына инде – сағыштырмаса яңы Иманғолға күсеп киләгән ғаилә икән, ауылдаштары ата-әсәһен яҡшы ҡылыҡһырлай, үҫмер үҙе лә һәйбәт уҡыған, кешегә зыяны теймәгән. Йәне йәннәттә булһын, тип кенә теләргә ҡала хәҙер..... Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!
Читайте нас