Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 17:25

“Ирем ниңәлер ҡапыл ғына үҙгәрҙе...”

Хәҙер Илфат көн һайын Ли­лиәгә ауыл­дағы саф һауа, автомобиль тығындарының юҡлығы, тыныс мөхит һәм башҡалар хаҡында һөйләй.

Яҡшы эш, яңы фатир, шәп машина – барыһы ла бар Лилиә менән Илфаттың. Тик бына һуңғы ваҡытта ир кешенең, үҙе аңлатыуынса, ығы-зығылы ҡаланан ҡасып, ауылда йәшәгеһе килә башлаған.Ә башҡа ғаилә ағзаларына уның был ҡарары оҡшап етмәй икән: ни тиһәң дә, ҡатындың эше үҙҙәре йәшәгән йорттан артыҡ алыҫ түгел, балалар ҙа яҡындағы мәктәптә белем ала. “Тормошобоҙ һәүетемсә генә алға бара ине. Нимә булды икән Илфатҡа? Аңлап етмәйем. Шәхси тор­мошобоҙҙа барыһы ла яҡшы. Эштә лә бөтәһе лә ал да гөл, – тип аптырай таныш ҡатын. – Бер ай элек кенә бик татыу ғаилә инек. Ирем фатирҙы һатып, ауылға йәшәргә ҡайтырға йыйынғас, йыш ҡына ғауға-талаш сыға башланы”.Хәҙер Илфат көн һайын Ли­лиәгә ауыл­дағы саф һауа, автомобиль тығындарының юҡлығы, тыныс мөхит һәм башҡалар хаҡында һөйләй. “Балалар менән бик аҙ аралашаһың тип көн дә игәй инең. Хәҙер һәр саҡ ғаилә менән генә булырмын”, – тип үҙенекен иҫбатларға тырыша.Был һүҙҙәргә ышанып бөтмәй Лилиә. Карьера өсөн йәнен бирерлек иренең ҡапыл тыныс тормошҡа ынтылыуын башына һыйҙыра алмай. Өҫтәүенә балалар менән дә һөйләшкән. Улары был яңылыҡты ихлас ҡабул иткән. Береһе – эт, икенсеһе бесәй алып ҡарарға йыйына.“Берәй проблема борсоймо, бурысҡа баттыңмы әллә, тип тә һорайым, – ти Лилиә. – Башҡа ҡатынға ғашиҡ булғандыр, тип уйламайым. Юғиһә барыбыҙҙы ла ауылға йәшәргә күсергә өндә­мәҫ ине. Ҡалала бөтә нимә ҡул аҫтында. Тағы шуныһы, ирем эшен ташлаһа, ниндәй аҡсаға ғаиләне ҡарарға йыйына икән? Уның хеҙмәт хаҡы – төп килем сығанағыбыҙ. Ауылға ҡайтып, хужалыҡҡа тотонмаҡсы. Был эш ҡулынан килерме-юҡмы – уйлап та бирмәй, исмаһам. Үҙен үҫмер кеүек тотасы. Ниңә ҡапыл ғына үҙгәрҙе икән?..”Күптән түгел Лилиә бер ҡайҙа ла күсенергә йыйынмауы, балаларын да эргәһенән ебәрмә­йәсәге, хатта ғаиләһенең тарҡа­лыуынан ҡурҡмауы хаҡында әйтеп ҡуйҙы. “Әммә шикләнәм: дөрөҫ эшләйемме икән?” – тип һаман ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар кисерә ҡатын.
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне
Читайте нас: