Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 13:10

Кәүҙәләре фатирҙа өс көн ятҡан...

Ваня менән уның дуҫы был фатирҙа үлгән килеш өс көн буйы ятҡан.

Ошо көндәрҙә Күмертау ҡалаһында 24 йәшлек егетте ерләнеләр. Уның кәүҙәһен 15 августа баш ҡалала күп ҡатлы йорттарҙың береһендә урынлашҡан фатирҙа тапҡындар. “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, үлем бик сәйер шарттарҙа булған.
Баҡһаң, Ваня менән уның дуҫы был фатирҙа үлгән килеш өс көн буйы ятҡан. Егет бәйләнешкә сыҡмай башлағас, туғандары уны эҙләй башлай һәм ошондай килеш таба... Егеттәрҙең ни сәбәптән һәләк булғандары әле һаман аныҡ ҡына билдәле түгел.
Иванды һуңғы йылдарҙа Өфөлә йәшәһә лә, тыуған Күмертауында ерләгәндәр. Баш ҡалала ул уҡыған һәм билдәле төнгө клубтарҙың береһендә бармен булып эшләгән.
Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡсылары егеттәрҙең үлеме сәбәбен асыҡларға тейеш.
Фото: КП-Уфа.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: