Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 17:20

Класс етәкселәренә - 5 мең һум

Яңы уҡыу йылынан класс етәкселеге өсөн уҡытыусыларға федераль бюджеттан биш мең һум өҫтәмә аҡса түләнә башлаясаҡ

Яңы уҡыу йылынан класс етәкселеге өсөн уҡытыусыларға федераль бюджеттан биш мең һум өҫтәмә аҡса түләнә башлаясаҡ. Был суммаға класта нисә бала булыуы тәьҫир итмәй. Шулай уҡ уҡытыусыларға тәғәйен барлыҡ төбәк, ҡала һәм район түләүҙәре һаҡланып ҡала.
Республика Хөкүмәтенең вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров белдереүенсә, быға тиклем класс етәкселәре һәр уҡыусы өсөн ай һайын 80 һум күләмендә өҫтәмә түләү алды. Уртаса ул ике мең һум тирәһе тәшкил итте. Яңы өҫтәмә түләүҙе иҫәпкә алып, хәҙер класс етәкселеге өсөн уҡытыусы уртаса алғанда ете мең һум аҡсаға иҫәп тота аласаҡ.
Фото: приволжская-правда.рф
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: