Яйыҡ
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 11:15

Ҡотойҙар эшләй ҙә, ял да итә белә

Ҡотой ауылына барған һайын унда йәшәгән кешеләрҙең ихлас күңелле, матур һүҙле, үҙ-ара берҙәм һәм ихтирамлы булыуҙарын күреп һөйөнөп ҡайтабыҙ. Бер ғаилә һымаҡ татыу көн иткән ҡотойҙар һәр эште бергәләп атҡара, байрамдарҙы ла күмәкләп үткәрә. Күптән түгел улар матур сараға - Олотау йыйынына йыйылды.

Ҡотой ауылына барған һайын унда йәшәгән кешеләрҙең ихлас күңелле, матур һүҙле, үҙ-ара берҙәм һәм ихтирамлы булыуҙарын күреп һөйөнөп ҡайтабыҙ. Бер ғаилә һымаҡ татыу көн иткән ҡотойҙар һәр эште бергәләп атҡара, байрамдарҙы ла күмәкләп үткәрә. Күптән түгел улар матур сараға - Олотау йыйынына йыйылды. Был йыл һайын үткәрелгән традицион спорт сараһы Рәсәй спорт мастеры, ваҡытһыҙ вафат булған Ғайсар Хәлиҙәр улы Ғәлин иҫтәлегенә арналды. Быйыл мини футбол буйынса турнирҙа ҡатнашыусыларҙың һаны уҙған йылдар менән сағыштырғанда байтаҡҡа күберәк булыуы ҡыуандырҙы. Бөтәһе 25 команда теләк белдерә. Хатта Белорет, Әбйәлил райондарынан да ҡатнашырға теләүселәр булған, ләкин ойоштороусылар быйылға районыбыҙ ауылдары командаларын ғына уйынға индерҙе. Яңы Байрамғол, Ураҙ, Ҡотой, Ишмәкәй, Ҡунаҡбай, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, Килмәк, Ҡорама, Миндәк, Сораман ауылдарынан командалар үҙ ара көс һынашты. Командалар уйынын ситтән күҙәткән көйәрмәндәр төрлө дәртләндереү һүҙҙәрен йәлләмәне. Жюри ағзалары ярыш барышын бик ғәҙел баһаланы. Быйыл Ҡорама спортсыларына етеүселәр булманы - күсмә Кубокты улар алып ҡайтты. Ураҙ ауылының йәш футболсылары 2-се урын алһа, Яңы байрамғол командаһы 3-сө урын биләне. Дүртенсе урынға сорамандар сыҡты. Иң яҡшы һөжүмсе һәм яҡлаусылар ҙа айырым грамоталар, миҙалдар, кубоктар менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ, афарин!Уйындар бик ҡыҙыу барҙы. Яуып торған ямғыр ҙа ярышта ҡатнашыусыларҙың дәртен баҫа алманы. Киреһенсә, уйын бик сәмле барҙы. Был көндә Олотау буйы гөрләп торҙо. Мини-футболдан тыш төрлө уйындар, спорт ярыштары ойошторолдо. Кескәйҙәр ҙә оло кинәнес менән ҡатнаштылар. Ғөмүмән, ололар ҙа, балалар ҙа байрамдан ситтә ҡалманы. Егеттәрҙең ошолай үҙҙәре уйындар ойоштороп, спорт менән шөғөлләнеүҙәре ҡыуандыра. Ярышты ойоштороусыларға, үткәреүҙә ярҙам итеүселәргә һәм тоғро көйәрмәндәргә ҙур рәхмәт!
Читайте нас в