Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 10:40

Сүп-сар менән көрәш дауам итә

“Экология” милли проекты тирә-яҡ мөхитте таҙа һәм төҙөк тоторға булышлыҡ итә. Шулай, районыбыҙҙа күрһәтелмәгән урындарҙа барлыҡҡа килгән сүплектәрҙе бөтөрөү тәңгәлендә маҡсатлы эштәр алып барыла.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
“Экология” милли проекты тирә-яҡ мөхитте таҙа һәм төҙөк тоторға булышлыҡ итә. Шулай, районыбыҙҙа күрһәтелмәгән урындарҙа барлыҡҡа килгән сүплектәрҙе бөтөрөү тәңгәлендә маҡсатлы эштәр алып барыла.
Район хакимиәтенән алған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, районыбыҙҙа 79 санкцияланмаған сүплек барлығы асыҡланған. Сәфәр, Ҡунаҡбай, Туңғатар, Илсеғол һәм Миндәк ауыл Советтарында ошондай 23 сүплек юҡ ителгән.
Подрядсы ойошма – “УралЭнерго” йәмғиәте тарафынан бөгөнгө көндә Мансур, Сораман, Ғәлиәхмәр һәм Көсөк-Маяҡ ауылдарында тағы ла дүрт сүплекте бөтөрөү бурысы тора. План буйынса барлыҡ санкцияланмаған бындай сүп-сар ташланған урындар 2024 йылға тулыһынса ликвидацияланырға тейеш.
Әлеге ваҡытта ауылдарыбыҙҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн 207 контейнер урынлаштырылған. Яҡын арала 8 кубометр һыйҙырышлы 25 бункер һатып алынасаҡ.
Фото район хакимиәте сайтынан
Читайте нас: