Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 13:25

Ул әсәһенең алдында ултырған...

Ниндәйҙер сәбәп буйынса бала махсус креслола түгел, ә әсәһенең алдында ултырған.

Иҫерек водителдең яуапһыҙлығы арҡаһында Башҡортостанда йәнә ҙур фажиғә булды – ял көнө дүрт йәшлек баланың ғүмере аварияла өҙөлдө. Кисә Ғафури районының Антоновка ауылында сабый менән хушлаштылар.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, авария 16 августа Өфө – Ырымбур трассаһында, Талбазы ауылы янында була. Ямғыр ваҡытында “ВАЗ-2115” автомобиле менән идара иткән 59 йәшлек Ауырғазы районы кешеһе “Мерседес-Бенц” машинаһына килеп бәрелә. Ҡаты итеп бәрелешкәндән һуң, “ВАЗ” ҡаршыһына килгән “Датсум” автомобиленә барып төкөлә. Ул машинаға 41 йәшлек Ғафури районы кешеһе идара иткән. Улар ғаиләһе менән Өфөгә китеп барған.
Аварияла “ВАЗ-2115” машинаһы водителе, һәм “Датсум”дағы барлыҡ кешеләр йәрәхәтләнә. Уларҙы тиҙ арала Талбазы район дауаханаһына алып баралар. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүрт йәшлек бала төнгә ҡарай реанимация бүлексәһендә һәләк була.
Шуныһы аяныслы, аварияны ойошторған ир иҫерек булған. Уның ни бары ҡабырғалары һынған һәм башы йәрәхәтләнгән. Ә йәшәй ҙә башламаған сабыйҙы ҡайтарып булмай.
Тағы бер аяныслы хәл – ниндәйҙер сәбәп буйынса бала махсус креслола түгел, ә әсәһенең алдында ултырған. Был да улар яғынан ҙур хата, әлбиттә. Бәлки, бала махсус креслола ултырһа, әле иҫән булыр ине.
Һәләк булған ҡыҙыҡайҙың әсәһе Надежда “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәрселәре менән аралашҡан һәм уның балаһын үлтергән водителдең уларҙан ғәфү лә үтенмәүен белдергән. Ул ғөмүмән,был ғаилә менән аралашмай һәм әле һаман иректә йөрөй.
– Ғәфү лә үтенмәне, килмәне лә. Беҙ Өфөгә китеп бара инек, ул иҫерек килеш ҡаршыға “осто”. Алдан китеп барған машина арҡаһында беҙ уны күрмәй ҡалдыҡ. Шыр иҫерек ир ҡаршы һыҙаттан килеп сыҡты, – ти ҡатын.
Өлкәндәрҙең яуапһыҙлығы арҡаһында бәләкәй бала әрәм булды. Күңелсәк ҡыҙҙы бөтә туғандары бик яратҡан, ул имен ғаиләлә үҫкән, һәр ваҡыт ата-әсәһе менән ял итергә йөрөгән. Баланың ағай һәм апайҙары ла тороп ҡалған.
Фото: КП-Уфа.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: