"Бөгөн иртәнге намаҙға тормағанмын - йоҡлаған да ҡуйғанмын", -тип аһ-зарын һөйләп алды берәү. "Бәй, телефоныңды зырылдаҡҡа ҡуйманыңмы һуң?" -тейем. "Юҡ шул, ир менән ятҡас, уның йоҡоһон бүлеп , зырылдаҡҡа ҡуйып булмай", -тине теге, эсе бошоп ҡына.Башҡа келт итеп бер уй килеп төштө: бәй, миндә был проблема юҡ табаһа! Был да үҙенә күрә бәхет, өлөш икән! Мин, ней, телефоныма иң яр һалған тауышты ҡуйып алғанмын, миңә тимәгәйе батша ғали йәнәптәре ятмаймы эргәлә...Бер хийкәйәт иҫкә төштө. Һеҙгә лә һөйләп үтәйем. Бер ҡатын бер ғалимға мине иремдән айыр, тип зарланып барған, тей. Теге:" Айырам, тик шундай шартты үтә: иртәгә миңә икмәк бешереп алып кил, тик уның бер нәмәһен дә (онон да, тоҙон да, һыуын да, майын да, хатта мейескә яғырлыҡ утынын да һ.б. үҙегеҙҙән алма, күршеләреңдән һора", -тигән.Ҡатын:" Ҡалай еңел шарт ҡуйҙы әле был", - тип һөйөнгән дә ҡайтып киткән. Икмәк бешерергә була бер күршеһенән утын, икенсеһенән - шырпы, өсөнсөһөнән - он, дүртенсеһенән - тоҙ, бишенсеһенән һыу һ.б. алған. Билдәле, ике ҡатын йыйылһа, кесе баҙар ҡуба, йәшәйеш-торош, ғаилә хәлдәре тураһында һүҙ сыға. Был ҡатындың һәр күршеһе, бының йомошон үтәп нимәһендер биргән арала, үҙенең иренең насар яҡтарын асып һалған. Был ҡатын кискә тиклем һәр күршеһендә булып сыҡҡан. Иртәгәһенә иртүк теге ғалимға барған да:" Мине иремдән айырмағыҙ, зинһар"-, тип ялбарған. "Ниңә?"-тип аптыраған теге ғалим. " Минең ирем күршеләремдекенән йөҙ мәртәбә артыҡ", -тип яуаплаған был ҡатын.Уйлыға - уй, инде , фекер итһәң...