Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 11:25

Урам сауҙаһы туҡтамай

...Был юлы ла, ғәҙәттәгесә, ҡаланыҡыларға һөт-ҡаймаҡ, йәшелсә-емеш тәҡдим итеүселәр "Ағиҙел" магазины алдына йыйылғандар. Район хакимиәтенең административ комиссия вәкилдәрен күреү менән, шунда уҡ тауарҙарын алып ҡаса башланылар. Кемдер бөгөн һөт-май алып өлгөрмәүенә ҡайғырҙы, кемдер сауҙаһы үтмәй ҡалғанына зарланды. Урамдағы законһыҙ сауҙа итеү нөктәләрендәге продукцияның сифаты күп осраҡта билдәһеҙ. Ә сифаты менән ҡыҙыҡһынһаң, яуап бер: «Үҙем тәмләп ҡараным».

Һыйлы көнөң һыйырҙа, ти халҡыбыҙ. Бөгөн ауылда йәшәүселәр күпләп һыйыр аҫрап, төрлө һөт ризығы эшләп, күптәре баҙарға алып сығып, ярайһы уҡ табыш ала. Ярай ҙа рөхсәт ителгән урындарҙа һатһалар. Ә бит халыҡҡа һөт, ҡаймаҡ, май һәм башҡа тауарҙар тәҡдим итеүселәрҙең күбеһе рәхсәт ителмәгән, санкцияланмаған урындарҙа сауҙа итә. Бигерәк тә “Ағиҙел” сауҙа үҙәге алдында был эш тәртипһеҙ ойошторолған. Алыпһатарҙарың рөхсәтһеҙ сауҙа эшмәкәрлегенә властар күҙ йома алмай, даими рейдтар үткәрә. Сауҙа ҡағиҙәләрен һанламаусылар яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш. Тик, ҡайһы бер эшҡыуарҙар ҡағиҙәләрҙе боҙоп эшмәкәрлеген дауам итә.Был юлы ла, ғәҙәттәгесә, ҡаланыҡыларға һөт-ҡаймаҡ, йәшелсә-емеш тәҡдим итеүселәр "Ағиҙел" магазины алдына йыйылғандар. Район хакимиәтенең административ комиссия вәкилдәрен күреү менән, шунда уҡ тауарҙарын алып ҡаса башланылар. Кемдер бөгөн һөт-май алып өлгөрмәүенә ҡайғырҙы, кемдер сауҙаһы үтмәй ҡалғанына зарланды. Урамдағы законһыҙ сауҙа итеү нөктәләрендәге продукцияның сифаты күп осраҡта билдәһеҙ. Ә сифаты менән ҡыҙыҡһынһаң, яуап бер: «Үҙем тәмләп ҡараным». “Мин үҙем - сертификат”. Һөттөң сифаты хаҡында һорағас, бер апай шулай тип яуап бирҙе. - Халыҡ күп йөрөгән ерҙә сауҙа үтемле була. Ә "Ләйсән" магазины артына кеше йөрөмәй, шунлыҡтан ошонда һатырға мәжбүрбеҙ, - тине ул. Сауҙа менән байтаҡ шөғөлләнә, ахырыһы, ханымдың теле шымарып бөткән.Ғөмүмән, бындай шикле урындарҙа санитар талаптар бөтөнләй үтәлмәй тиерлек. Ошоно белә тороп та ҡайһы бер һатыусылар үҙ закондарын урынлаштырырға тырыша. Төрлө саралар күреүгә ҡарамаҫтан, рөхсәт ителмәгән урындарҙа һатыу итеү туҡтамай. Күптәр урам буйынан алынған аҙыҡтың һаулыҡҡа зыянлы булыу ихтималлығы хаҡында ишетһә лә, осһоҙораҡ тип, аҡсаларын тыштағы сауҙа нөктәләрендә ҡалдырып китә. Урамда тәҡдим ителгән аҙыҡ-түлектең сифаты тикшерелмәй. Халыҡ та хәүефһеҙлек хаҡында бөтөнләй уйламай. -Ә күпме хеҙмәт тора ошо ҡаймаҡ-һөт артында, шуны беләһегеҙме? - тип ҡысҡырҙы бер апай. - Бесәнен эшләргә кәрәк, иртә таңдан алып ятып йоҡлап киткәнсе ошо һөт-май булһын тип йүгерергә, икенсе көнөнә төйөнсәктәрҙе тейәп, уны һатыуға алып килергә! Автобуста!Эйе, ҡара тир түгеп табылған һөт-ҡаймаҡ та, баҡсала көс түгеп үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә лә ярайһы ғына табыш килтерә. Тик рөхсәт ителмәгән урындарҙа һатыу ғына уларҙы ҡанун боҙоуға этәрә. Һатыу өсөн махсус урын юҡ тип зарланыусыларға, район хакимиәтенең административ комиссия вәкилдәре киреһен иҫбатларға тырыша - һөт продукциялары менән сауҙа иткән хаҡлы ялдағыларға "Ләйсән" маганзины артындағы ауыл баҙарындағы бушлай сауҙа нөктәләре тәҡдим ителә. Буш урындар булған осраҡта ла, йыраҡ, унда халыҡ йөрөмәй тип зарлана һөт һатыусылар.Ә бит Ял һәм мәҙәниәт паркы биләмәһендә урынлашҡан ауыл баҙарында сауҙа өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған: өҫтәлдәр урынлаштырылған, урын етәрлек. Кем теләй, уларға ябыҡ павильондар ҙа ҡуртымға бирелә. Әйткәндәй, Юлиә Рожкова ШП-һы ошондай павильонда урынлашҡан да инде - улар халыҡҡа яңы һуйылған ит тәҡдим итә. Шундай уҡ павильондарҙың береһендә - "Ҡурай" сувенирҙар лавкаһы. Район хакимиәтенең административ комиссия рәйесе урынбаҫары Шамил Әхмәтйәнов белдереүенсә, рөхсәт ителмәгән ерҙә сауҙа иткән физик шәхестәргә штраф күләме 500-1500 һум тәшкил итһә, шәхси эшҡыуарҙарға, КФХ башлыҡтарына - 20-40 мең һум, юридик шәхестәргә был сумма - 50 -100 мең һум. Шуға ҡарамаҫтан, урам сауҙаһы туҡтамай...
Фотолар - Учалы районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: