Яйыҡ
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 14:40

ВАКЦИНАЦИЯНЫ ТӘҮГЕЛӘРҘӘН БУЛЫП ТАБИПТАР ҮТӘСӘК

11 август көнө Владимир Путин донъяла коронавирусҡа ҡаршы тәүге вакцина теркәлеүе хаҡында хәбәр итте.

Рәсәйҙә тәүлегенә 83 төбәктә 4785 коронавирус осрағы теркәлгән. Уларҙың күбеһе (688) Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта (160), Мәскәү өлкәһендә (157). Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһынан 110 пациент үлгән. Рәсәйҙә пандемия башланған осорҙан алып йәмғеһе был ауырыуҙан 16099 кеше һәләк булған. 85 төбәктә 942 515 кеше ауырыған һәм 755 513 кеше һауыҡҡан.
11 август көнө Владимир Путин донъяла коронавирусҡа ҡаршы тәүге вакцина теркәлеүе хаҡында хәбәр итте. Вакцинацияны тәүгеләрҙән булып табиптар үтәсәк.
Автор: Гөлшат Ҡаһарманова.
Читайте нас в