Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 11:20

"Йүкә балы - юха балы"

Вәлит бала ғына булыуына ҡарамаҫтан, ата-әсәһе менән әтәстәр ҡысҡыра башлауға тора һала. Ололарға фермаға эшкә - атаһы - малсы, әсәһе - һауынсы. Ә Вәлиткә ете саҡырымды тәпәйләп мәктәпкә бараһы. Бөгөн Вәлиттең ниңәлер аяғы тартманы. Ауырыйым, тигән ине әсәһе маңлайын тотоп ҡараны ла "нисауа" тип кенә үҙе белеп йыйған үләндәргә бал ҡушып сәй эсерҙе лә эшкә ашыҡты. Ә атаһы әсәһенән дә алдараҡ ҡыбырлай, сөнки һауынсылар барыуға мал аҙығы таратылған, аҫтары таҙартылған булырға тейеш.

Вәлит бала ғына булыуына ҡарамаҫтан, ата-әсәһе менән әтәстәр ҡысҡыра башлауға тора һала. Ололарға фермаға эшкә - атаһы - малсы, әсәһе - һауынсы. Ә Вәлиткә ете саҡырымды тәпәйләп мәктәпкә бараһы. Бөгөн Вәлиттең ниңәлер аяғы тартманы. Ауырыйым, тигән ине әсәһе маңлайын тотоп ҡараны ла "нисауа" тип кенә үҙе белеп йыйған үләндәргә бал ҡушып сәй эсерҙе лә эшкә ашыҡты. Ә атаһы әсәһенән дә алдараҡ ҡыбырлай, сөнки һауынсылар барыуға мал аҙығы таратылған, аҫтары таҙартылған булырға тейеш.Вәлит атаһының буранларға оҡшай тигәнен хәтерләп йылыраҡ кейенде лә үҙ "эше"нә китте. Ауылды сыҡҡансы унда-бында эттәр сәңкелдәгәнгә эсе бошмай барҙы. Ни тиһәң дә һирәк-һаяҡ бағаналарҙа уттар ҙа балҡый. Ауылды үтеүгә күңеле болоҡһой башланы. Ни әйтерһең? Февраль айы, таңғы сәғәт алты, үҙе тора килеп ҡараңғы. "Ни бысағыма кәрәк инде был уҡыуҙары?" - тип мыжыны ул. - Ана Ғәбделхәй ҡарт та дүрт кенә класс бөткән. Ә даны районда ғына түгел, республикала яңғырап тора. Берәй сараға "фыртауай" костюмын кейеп сыҡһа, берәй һуғыш ветераны икән тип уйларһың. Хеҙмәт өсөн ике миҙалы, әллә ниндәй значоктары менән зыңғыр-зыңғыр килеп тора. Шулай уйлана-моңлана торғас, ҡуйы ҡарағай урманына килеп етеүгә арттан сана шығырлағаны ишетелде. Вәлиттең йөрәгенә йылы йүгергәндәй булды. Тапалған юлдан йомшаҡ ҡарға батып ситкә сыҡты. Тик өмөтө бушҡа булған. Аттағы бабай малай янына етәберәк малҡайын яйлата бирҙе лә: "Эй, балаҡай, ултыртмайым, "грузым" күп шул, - тип артабан ҡабаланды. Заһиҙулла - ауылдың һөрҫөп бөткән байы. Бер ҡайҙа ла бил бөгөп эшләмәһә лә, байлығы сереп ята. Ә бының бөтә сере - уның "фирменный йүкә балында". Йүкә балынан ғына ҡойолған балда төшөрөргә яратҡандарҙың ниндәй генә мөлкәт-малдары батманы икән? Шелтәләһәләр, "Ауырып киләләр бит, хәлдәренә инәм инде. Йүкә балы бөтә сихәткә дауа, тиҙәр", - тип кенә яуаплай. Ә эстән генә: "Йүкәле бал - юхалы бал", - тип кеткелдәп ҡала. Бына бөгөн дә ихатаһына эстән булһа ла ниндәйҙер көйҙө мөңрәй-мөңрәй килеп инде. Әбейенең: "Өшөгәнһеңдер, сәйем әҙер", - тиеүенә ҡарамаҫтан, өйгә инергә ашыҡманы. Тирләгән атына кейеҙен япты, үҙе лә тирләй-бешә алты тоҡ фуражын келәткә ташыны. Әбейенең өҫтәлен күҙ алдына килтерҙе, ваҡ бәлеш эргәһендә ултырған тимер кружкалағы балдың тәмен телендә тойғандай булды. Ысынлап та, күҙ алдына нисек килтергән, өҫтәл шулай әҙер. Самауыр шыжлап ултыра, өйәмәләй ваҡ бәлеш (Заһиҙулланың яратҡан иртәнге ризығы) һәм дә һыуыҡ ҡына бер кружка "йүкә балы". Үҙе шунан да күп эсмәй ул. "Кәк же, - тип ебәрә, - бал бит ул - мал тапҡыс, мин дә эсһәм, ул ҡайҙан тапһын?"Тамағын туйҙырып, эсте кәпәйтеп ебәргәс, теге "йүкә балынан"һуң күңеле күтәрелеп китте. Кисә кис әйтмәй генә атын егеп сығып китһә лә, бөгөн үҙенең бөтмөрлөгөн данлай башланы. Таныш ферма мөдирен "йүкә балы" менән төнө буйы "дауалап", нисек итеп алты тоҡ фураж, бер ҡайыш йүгән алып ҡайтыуына маһайҙы. Хәбәренең аҙағында "Эх, теге орсоҡтай малайҙы ултыртып алманым. Уға ғына аттың көсө етер ине әле", - тип көрһөнөштөбөрәк ҡуйҙы. ...Иртә менән Ғәбиҙулла Хәмиҙуллович уҡыусыһының икенсе көн мәктәпкә килмәүенә шикләнеп ҡуйҙы. "Бурандарҙа ла бер дәрес ҡалдырмаған бала сирләп-фәлән булып киттеме икән?" - тип уйланы. Һорап белер инең, Вәлит ул ауылдан бер үҙе. Күңелендә урын тапмаған Ғәбиҙулла Хәмиҙуллович мәктәп атын ектереп Вәлиттең ата-әсәләренә барып килергә булды. Бала йөрәкле уҡытыусы таба ла инде Вәлиттең бүреләр йолҡҡолап бөткән мәйетен. Шул хәлдәрҙән һуң күп тә үтмәй, ауыл халҡын йыйып, асыҡ суд үтте. Марат СӘҒИТОВ.Рысай ауылы.
Читайте нас: