Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Август 2020, 11:20

Белем көнө булырмы?

Быйыл 1 сентябрҙә традицион Белем көндәре мәктәптәрҙә нисек үтер?

Быйыл 1 сентябрҙә традицион Белем көндәре мәктәптәрҙә нисек үтер? Был турала күп һөйләшеүҙәр, имеш-мимештәр йөрөнө. Һәм ниһайәт республиканың Мәғариф министрлығы үҙенең һуңғы һүҙен әйтте.
Шулай итеп, Белем көнөнә арналған тантаналы линейкаларға быйыл ни бары 1, 9 һәм 11 класта уҡығандар ғына индереләсәк. Һәр параллель өсөн айырым ваҡыт бүленгән. Тантаналы линейканан һуң был уҡыуыслар үҙҙәренә беркетелгән кластарға инәсәк һәм Бөтә Рәсәй асыҡ онлайн-дәрестә ҡатнашасаҡ. Ул быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейына арналасаҡ. Артабан класс етәксеһе 2020 йылда уҡыу йылы үҙенсәлектәренә арналған класс сәғәте үткәрә.
Ә 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8 һәм 10 кластарҙа уҡығандар өсөн тантаналы линейкалар булмаясаҡ. 1 сентябрҙә улар мәктәпкә килмәй. Был кластарҙа уҡығандар өсөн Белем көнө дистанциялы форматта түбәндәге режимда үтәсәк:
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “Асыҡ дәрес” (10.00 сәғәттә башлана);
– Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейына арналған Бөтә Рәсәй асыҡ онлайн-дәрес;
– 2020 йылда уҡыуҙың үҙенсәлектәренә арналған класс сәғәте.
Фото: bash.news
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в