- 5 кг таҙартылған борос, 3-5 баш әсе боросҡа 1 стакан һыу, 1 стакан май, 1 стакан уксус, 1 стакан шәкәр, 1 стакан һарымһаҡ тырнағы, 5-6 бөртөк уртаса кишер, самалап тоҙ кәрәк буласаҡ. Ошо һанап сығылған аҙыҡтарҙы бергә ҡушып тоҙлама ҡайнатырға һәм ҡайнар тоҙламаның өҫтөнә боростарҙы ауҙарып резина бирсәткә кейеп ныҡ итеп баҫыңҡырап бутарға. Стерилләнгән банкаларға сәнске менән баҫҡылап, рәтләп тултырғас, ҡалған тоҙламаны ҡайнатып сығарып, банкаларға өҫтәргә. Әсе боросто үҙегеҙ нисек яратаһығыҙ, шулай һалығыҙ. Уның бит төрлөһө була. Кемдәр ныҡ әсене ярата, биш борос һалып ебәрә. Шул тиклем тәмле ул был ҡабымлыҡ! – ти Айгөл.