Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Август 2020, 16:50

ӘРЕМ

Ашҡаҙан аҫты биҙе ауыртҡанда бер ҡалаҡ әремдең емештәрен бер сткан ҡайнар һыуға һалып, өҫтөн ябып ҡуйып, төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан ярты сәғәт алдан эсергә. Дауаланыу курсы – өс ай. Өс аҙна эскәндән һуң, бер аҙна ял итеп алырға кәңәш ителә.

Ашҡаҙан аҫты биҙе ауыртҡанда бер ҡалаҡ әремдең емештәрен бер сткан ҡайнар һыуға һалып, өҫтөн ябып ҡуйып, төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан ярты сәғәт алдан эсергә. Дауаланыу курсы – өс ай. Өс аҙна эскәндән һуң, бер аҙна ял итеп алырға кәңәш ителә.
Ғөмүмән, әрем – әсе үҫемлек. Уның үҙен генә эсергә бик һирәктәр батырсылыҡ итер. Ашҡаҙан аҫты биҙе зарарланғанда үләндәр ҡушылмаһынан әҙерләнгән төнәтмә лә ярҙамға килә. Берәр ҡалаҡ әрем, һары мәтрүшкә, аҡсәскә сәскәләрен, андыҙ, дегәнәк тамырын яҡшылап ваҡлап, бутап, ҡапҡасы ныҡлы ябылған һауытта һаҡларға. Иртә менән ошо ҡатнашманан төнәтмә яһап, өс тапҡыр ике аҙна дауамында эсергә.
Гастриттан әрем, меңьяпраҡ, бөтнөк, аҡсәскә (дарыуханан алынғаны), шалфей үләндәрен ныҡлап ваҡлап ҡушырға. Бер ҡалаҡ әҙер ҡатнашманы бер стакан ҡайнар һыуға һалып бер сәғәт самаһы төнәтергә. Көнөнә бер тапҡыр эсергә ҡушыла.
Һыуыҡ тейгәндә, туҡтауһыҙ йүтәл йонсотҡанда 200 мл спиртҡа ике-өс ҡалаҡ әрем ҡушып, һыулы һауытта егерме минут самаһы ҡайнатып алырға. Һуңынан бер бал ҡалағы бал ҡушып ун ике сәғәт төнәтергә. Иртәле-кисле икешәр ҡалаҡ эсергә.
Эстәге паразиттарҙан ҡотолор өсөн бер ҡалаҡ әрем орлоғон бер стакан ҡайнар һыуға һалып төнәтергә. Ун көн дауамында иртәле-кисле өсәр ҡалаҡ эсергә.
Ҡайнар һыулы һауытҡа бер аш ҡалағы әремде ҡапҡасы ныҡлы ябылған һалып, өс сәғәт йылыны һаҡлаусы нәмәгә төрөп тоторға. Төнәтмәне йә ебетелгән үләнде герпесҡа һөртөргә йә һалырға.
Ашҡаҙан-эсәк юлдарында яман шеш булғанда, енси ағзалар зарарланғанда, паразиттар йонсотҡанда ике ҡалаҡ әрем тамырын ҡапҡасы ныҡлы ябылған һыуҙа ун минут ҡайнатырға. Көн дауамында ашар алдынан ярты сәғәт алдан ике ҡалаҡ эсергә.
Иммунитетты яҡшыртыу өсөн дә был әсе үҫемлектең файҙаһы күп. Бер үк ваҡытта бер һауытта йәшел сәй, икенсеһендә ярты стакан ҡайнар һыуға бер ҡалаҡ әрем орлоҡтарын һалып биш-ете минут самаһы төнәтергә. Өҫкә күтәрелгән орлоҡтарҙы һөҙөп алып, йәшел сәйгә ҡушырға. Биш минуттан һуң был файҙалы эсемлекте эсергә мөмкин.
Әремдең “йәшел йылан”ды туҡтатырлыҡ та көсө бар икән. Бер сынаяҡ һөткә бер семтем әрем орлоғон һалып ҡайнатырға. Эҫе килеш тиҙ генә эсергә. Өс мәртәбә эскәндән һуң, эскесенең иҫерткес эсемлектәргә әйләнеп ҡарағыһы ла килмәҫ.
Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: