Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Август 2020, 20:30

Ирҙәр нимәгә үкенә?

Үлем түшәгендә ятҡанда кешеләр ниндәйҙер матди теләктәр тураһында уйламай. Ә нимәләр хаҡында үкенә һуң улар?

Үлем түшәгендә ятҡанда кешеләр ниндәйҙер матди теләктәр тураһында уйламай. Ә нимәләр хаҡында үкенә һуң улар?Башлыса, айырыуса ирҙәр – бигерәк күп эшләгәндәре тураһында. Дөйөмләштергәндә, был үкенестәрҙе биш төп өлөшкә бүлергә була:1. Башҡалар көткәнсә түгел, ә үҙең теләгәнсә йәшәргә ҡыйыулыҡ етмәү. Шул арҡала кешенең күп кенә хыялдары тормошҡа ашмайынса ҡала.2. Күп эшләү, күп ваҡытты эштә үткәреү. Шул сәбәпле ирҙәр балаларының үҫкәнен күрмәй, ҡатындарына етерлек иғтибар бүлмәй. 3. Үҙеңдең хис-тойғоларыңды асыҡтан-асыҡ белдерергә ҡурҡыу. Күптәр башҡалар менән мөнәсәбәтен боҙмаҫ өсөн өндәшмәй ситтә ҡалыуҙы хуп күрә. Ә бындай әсенеүҙәр һәм ҡәнәғәтһеҙлек төрлө ауырыуҙарға килтерә.4. Дҫ-иш менән аҙ аралашыу. Тоғро дуҫтарҙың ҡәҙерен күптәр уларҙы юғалтҡас йәки үлем түшәгенә ятҡас ҡына белә. Тормош мәшәҡәттәренә сумып, яҡындарыңды онотоу дуҫлыҡтың юҡҡа сығыуына килтерә.5. Үҙеңде бәхетле булыуҙан мәхрүм итеү. Ғүмер буйы ниндәйҙер ҡағиҙәләргә һәм ғәҙәттәргә буйһонған кеше үҙгәрештәргә ҡаршы була, хатта уларҙан ҡурҡа. Шуға күрә күнегелгәнсә йәшәп тик ята. Ә күңел төбөндә әллә ниндәй асыштар яһай, хис-тойғолар кисерә, хыялдарын тормошҡа ашыра. Тик күңеленән генә...
Автор: Т. МӨСЛИМОВА
Читайте нас: