Яйыҡ
-11 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2020, 10:35

Сибай театрына - яңы автобус

“Мәҙәниәт” милли проектының “Тыуған яҡ мәҙәниәте” һәм “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проекттары сиктәрендә Сибай ҡалаһының Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрына өр-яңы автобус бирелде.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
“Мәҙәниәт” милли проектының “Тыуған яҡ мәҙәниәте” һәм “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проекттары сиктәрендә Сибай ҡалаһының Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрына өр-яңы автобус ҡайтарылды. 25 урынлыҡ автобус театрҙың техника паркын яңыртыуға булышлыҡ итеп, гастролдәр географияһын киңәйтеүгә юл яра.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының проекттары мәҙәниәт учреждениеларының эшмәкәрлеге сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ театрҙың матди-техник яҡтан йыһазландырыу, коллективтарға ижади эшләүгә шарттар булдырыу ҙа алғы планға ҡуйыла.
Сибай театры был проектта дүртенсе йыл ҡатнаша, уның сиктәрендә халыҡсан спектаклдәр сәхнәгә сығарылды.
Театр директоры Илнур Әбдрәшитов әйтеүенсә, яңы автобус артистарға көньяҡ-көнсығыш райондарына гастролдәргә сығыу мөмкинлеген арттыра. Яңы һәм бар уңайлыҡтары булған автобуста елдереп кенә улар кәрәкле ауылдарға барып етәр һәм тамашасыларға матур спектаклдәр күрһәтәсәк.
"Башҡортостан" гәзите.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас в