Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2020, 15:40

Ҡурғаш тирәләй урманда ир һәләк булды

Бәлә ағас башынан да йөрөй....

22 август пенсионер яҡташыбыҙҙы ағас баҫып үлтерҙе. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында был хаҡта ошолай хәбәр иттеләр: “ 1951 йыл тыуған ир Учалы районының Юлдаш ауылы янындағы урманға сығыуы һәм кире ҡайтмауы тураһында хәбәр алынды. Аҙағынан асыҡланыуынса, урманда иргә ағас ҡолай, урынында һәләк була”.
Был фажиғә тураһында беҙ ҙә һораштырҙыҡ.
Мәрхүм ғүмер буйы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләгән була, Ҡунаҡбай ауылында (Аҡҡужала түгел) йәшәй. Был хәйерһеҙ көн еңел автомобилендә яңғыҙы бәшмәк артынан сыҡҡандыр, буғай, фажиғә урынында йыйып өлгөргән бәшмәктәре лә табылған, ти. Ҡурғаш тип аталған ерлектә (Аҡҡужа ауылынан алыҫ түгел), төбөнән һынып та, һаман ҡоламай торған ҡайынды абайлай. Ҡороған ағасты документ-фәлән юлламай ҙа утынға алырға мөмкин бит инде, тап шул маҡсатта бер аҙ ботарлаған, олондо йығып маташҡанда өҫтөнә төшкән, тип фараз итерлек.
Ауыр тупрағы еңел булһын, тип теләргә генә ҡалды, ә мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. “Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй”, - тип әйтһәләр ҙә, ҡайһы саҡ бәлә нәҡ ағас башынан да килеп төшә икән шул кеше башына.
Читайте нас: