Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2020, 12:39

Барыбыҙ өсөн дә һөйөнөс

Ремонт ҡына түгел, яңы йүнәлеш был!

Урау булһа ла юл яҡшы, тигән әйтемде барыһы белә инде. Ә юл булып та, өҫтәүенә турараҡ икән – икеләтә яҡшыраҡ!
Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов интернеттағы шәхси сәхифәһендә яҙыу урынлаштырҙы – “Учалы ДРСУ предприятиеһы дөйөм 13,6 километр оҙонлоҡта Иманғол- Баҙарғол автоюлында ремонт эштәрен тамамланы”.
Эйе, коронавирус ҡасафаты арҡаһында кеше йыйып тантаналар ойошторолмай хәҙер, ләкин был яҙма бик оҙаҡ барған һәм бик тә кәрәкле эштең аҙағын билдәләне. Саҡ ҡына ентекләберәк аңлатайыҡ. Нисәмә тиҫтә йыл йыл юллай торғас, быйыл көҙ ҡаланан Иманғол ауылына юлға асфальт түшәү тамамланды. Әммә Иманғолға Баҙарғол яғынан да асфальт түшәлә ине бит - ошо ике участка ошо көндәрҙә, ниһәйәт, тоташтырылды.
-Был участка менән тиҫтәләп йыл булышҡанбыҙҙыр, йылына 1,5-2 километр асфальтланды. Быйыл, тоташҡанға тиклем, 2 143 метр үттек, - тип ҡәнәғәтлек менән билдәләне юл ремонт-төҙөлөш идаралығы директоры Юлай Минһажев. Эштәр, дөрөҫөрәге, тамамланған эште иҡупшылай дауам итә ине әле беҙ барғанда – Экскаваторсы Радмир Фәттәхов, , йөк автомобиле водителе Айҙар Ғәзимов ике яҡлап килтерелгән асфальт тоташҡан урында юл сатын нығыталар ине, әммә транспорт өсөн яңы юл асылған.
Эйе, энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыу кеүегерәк булды инде, күпме аҡса бүленә , шул ҡәҙәр юл төҙөкләндерелде. Шулай ҙа, урындағы властар һәм юл төҙөүселәр тырыша торғас, ниәтте аҙағына еткерә алдылар. Бик ҙур рәхмәт урындағы кешеләр исеменән.
Ә бит файҙаны урындағы кешеләр генә күрмәйәсәк. Бына, интернеттағы карта аша үҙебеҙ теүәл иҫәпләп ҡараныҡ.
Белорет-Учалы трассаһының Баҙарғолдан сыҡҡан юл менән киҫелешенә тиклем ара Ҡунаҡбай аша 31,2 километр тәшкил итһә, Иманғол аша – 22,5 км. Йәғни, ҡаланан Өфөгә, Белоретҡа барыусылар өсөн яңы юл байтаҡҡа отошлоға әйләнә. Таксистар яңы маршрутты үҙләштереп тә өлгөргән инде, тип ишеттек. Ваҡыт та, яғыулыҡ та аҙыраҡ сарыф ителәсәк бит хәҙер.Ә Иманғолдан Өфөгә барыусыларға, үрҙә әйткән киҫелешкә тиклем ара, хатта, 37-нән 17 километрға тиклем ҡыҫҡара!
-Барыбыҙ өсөн дә ҙур ҡыуаныс булды был ваҡиға, - тип билдәләне Иманғол ауыл Советы хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Гөлнара Хәмбәлиева, - Тиҫтә-тиҫтә кеше көн һайын Рәсүлдән, Ҡоһаштан, Иманғолдан Учалы ҡалаһына йөрөп эшләйҙәр бит. Саң йотоп, дөбөр-шатыр һелкенеп барыу менән асфальт юлдан елдереү бер түгел бит инде!
Шул уҡ ваҡытта Гөлнар Радик ҡыҙы урындағы халыҡтың босолоуын да йәшермәне. Беренсенән, ауыр йөк автомобилдәре яңы маршрутҡа эйәләшеп, саманан тыш тиҙ арала шул ҡәҙәр көтөп алған юлды юҡҡа сығармаһын инде! Ә икенсенән, яңы йүнәлештән хәрәкәт ҡырҡа йәнләнәсәне алдан билдәле. Саманан тыш ҡыҙыу елдереп, юл аша мәктәпкә барған балаларға, көтөүгә ҡыуылған малға хәүеф булмаһын ине инде. Яүы микрорайондар төҙөлөп, Иманғол Учалы ҡалаһының биҫтәһенә әйләнеп килә бит әлеге мәл, кеше бында хәҙер күбәйгәндән-күбәйә бара. Шуға ла яңы трассала видеофиксатор, “ятҡан полецей” ҡоролмалары, ысынлап та, бер ҙә артыҡ булмаҫ ине буғай.
Читайте нас: